Көнгәк
+20 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX

Тоғролоҡ һәм ғәҙеллеккә ҡоролған ғаилә ныҡлы була

Район ауылдарында өлгөлө ғаиләләр күп

Бөйөк Еңеүгә арнап ауылдан сыҡҡан берҙән-бер танкист, өлкән лейтенант Ҡорбанғәли Көҫәпҡолов иҫтәлегенә эшләнгән Т-34 танкы – ауылдаштарҙың, ҡунаҡтарҙың яратҡан урыны.

Редакция йомошо менән сыҡҡанда тап ошо танкистың улы һәм килене Ғабит Ҡорбанғәли улы һәм Найлә Ғималетдин улы менән аралашыу бәхете тейҙе.

Миңлеямал һәм Ҡорбанғәли Көҫәпҡоловтарҙың татыу ғаиләһендә тыуып-үҫкән Ғәбит ағай бәләкәйҙән эшкә оҫталығы менән айырылып тора. Атаһы, һуғыштың әсе-сөсөһөн татып, фронтта Т-34 танкыһында дошманды ҡыйратып, өлкән лейтенант дәрәжәһендә тыуған яғына имен-һау ҡайта.

Ғәбит ағай мәктәптән һуң хеҙмәт юлын ауылдарына яҡын урынлашҡан Салауат ҡалаһында эш башлай. Ҡайҙа ғына йөрөһә лә, сабыр, сәмле танкист улы иптәштәре алдында эшһөйәрлеге менән танылып, абруй ҡаҙана. Күп фатирлы йорттарҙы хеҙмәтләндереүсе сантехник, быяла заводында эшләп хаҡлы ялға сыға.

Яҙмыш еле уларҙы Салауат ҡалаһында осраштыра. Дәүләтҡолдоң гармунсы егете ҡыҙға беренсе ҡараштан ғашиҡ була. Күгәрсен районы Үрге Бикҡужа ауылы ҡыҙы Нәйлә Ғималетдин ҡыҙы ошонда һөнәрселек училищеһында уҡый. Бәләкәйҙән атайһыҙ ҡалған Нәйләнең, мәктәпте тамамлаған йылды әсәһе  вафат була. Ҡайғыһын уҡыу менән баҫа ҡыҙ уҡыу йортон яҡшы билдәләргә тамамлап,  штукатур-маляр һөнәре ала.

Заманына күрә йыйнаҡ ҡына туй үткәргәс, йәштәр ҡалала йәшәй. Найлә Ғималетдин ҡыҙы  оҙаҡ йылдар ҡаланың төрлө төҙөлөш предприятиеларында, ҡала үҫешенә тос өлөш индергән Салауат быяла заводында эшләп үҙ һөнәренә тоғро ҡала. Балаларҙы аяҡҡа баҫтырған көрсөк йылдарында ул шәл бәйләп һата, аш-һыуға оҫталығы ла ауырлыҡты еңергә ярҙам итә.

Өс балаға тәрбиә биреп, уларҙа хеҙмәткә, туған телгә яратыу тәрбиәләп оло юлға аяҡ баҫтыра Көҫәпҡоловтар. Хаҡлы ялға сыҡҡас, ауыл тормошона һыуһаған пар, 2017 йылда Дәүләтҡолда атай нигеҙен тергеҙеп, яңы һулыш бирә. Бөгөн  Венер, Лилиә, Рөстәм һәм 5 ейән-ейәнсәре өсөн дә бәхет утраусығына әүерелгән был йорт. Йәй оҙоно ҡош-ҡорт тәрбиәләп, баҡса үҫтерә уңғандар. 

Бәхет серен Көҫәпҡоловтар бер-береңдең ҡәҙерен белеп, ихтирам итеп, туғанлыҡ хисен һүндермәй йәшәүҙә күрә. Тиҙҙән улар сапфир туйын билдәләй. Был таш ғәҙеллекте, тоғро йөрәкте символлаштыра, ныҡлыҡ, зирәклек һәм тигеҙлек символы ла. Бына шундай сапфирға торошло татыу ғаиләләре менән көслө Дәүләтҡол ауылы.

Тоғролоҡ һәм ғәҙеллеккә ҡоролған ғаилә ныҡлы була
Тоғролоҡ һәм ғәҙеллеккә ҡоролған ғаилә ныҡлы була
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас