Мәләүезгә хаҡлы ялдағы спортсылар йыйылды

Бөгөн ҡала спорт һарайына республиканың төрлө район-ҡалаһынан хаҡлы ялдағы спортсылар йыйылды.

Мәләүезгә хаҡлы ялдағы спортсылар йыйылдыМәләүезгә хаҡлы ялдағы спортсылар йыйылды
Мәләүезгә хаҡлы ялдағы спортсылар йыйылды

Бөгөн ҡала спорт һарайына республиканың төрлө район-ҡалаһынан хаҡлы ялдағы спортсылар йыйылды.

Районда Башҡортостан Республикаһы пенсионерҙары спартакиадаһы үтә. Спорт сараһында ҡатнашыусылар үҙен еңел атлетика, өҫтәл теннисы, йөҙөү, пневматик ҡоралдан атыу, шахмат уйыны ярышында һынаясаҡ. 

Мәләүез еренә төбәктең иң әүҙем һәм сәләмәт йәшәү рәүешен үҙ иткән кешеләр йыйылды. Спортсыларҙы еңеүгә cәмләндереүсе, көс-ҡеүәт һәм дәрт өҫтәүсе көйәрмәндәр ҙә байтаҡ.

Ике көн дауамында барған спартакиада һөҙөмтәләре иртәгә билдәле буласаҡ. Спортсыларға уңыштар теләйбеҙ! 

 

Автор:
Читайте нас