

Көтөп ҡалабыҙ!
«Нөгөш буйҡайҙары аҡ томан» фестивале
11 июлдә көндөҙгө 12-лә Түбәнге Таш ауылы янында “Нөгөш буйҡайҙары аҡ томан” IV район халыҡ йырҙары фестивале үтә.
Йыр-моң байрамына республика, сит төбәктәрҙә йәшәп, халыҡ күңеленә үҙ ижады менән яҡтылыҡ, ышаныс нурҙары өҫтәгән йырсылар, һүҙ оҫталары, музыка ҡоралында уйнаусылар, нәфис һүҙ өҫталары, мәртәбәле ҡунаҡтар килеүе көтөлә.
Үҙешмәкәр ансамблдәр, яңғыҙ йырсылар сығышы, күңелле осрашыу йылдағыса күңелегеҙҙә фестивалдең сағыу мәле булып хәтерҙә һаҡланыр.
Һеҙҙе райондың иң матур ауылдарының береһе, Түбәнге Таш ауылы янындағы аҡланда, Нөгөш йылғаһының көмөштәй ялтырап аҡҡан урынында, бай программалы байрамда көтөп ҡалабыҙ!
Ойоштороу комитеты. +6