«Яҡтылыҡ нуры» хәйриә фонды хеҙмәткәрҙәре махсус балалар өсөн ижади оҫтахана ойошторҙо. Шулай уҡ бында мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн аҡса йыйыу буйынса хәйриә акцияһы сиктәрендә сувенир продукцияһын һатып алырға тәҡдим иттеләр.
Төп сәхнәлә яңғыраған электрон музыка фестивалгә килеүселәргә курорттағы кеүек атмосфера тыуҙырҙы. Диджейҙар бер-береһен алмаштырып, кискә тиклем пульт артында йыр-моң яңғыратты.
Фестивалдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм рәсми ҡунаҡтар булды. Төбәк етәксеһе фестивалдең тематик майҙансыҡтарын ҡараны, унда ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар менән аралашты.