ЯҠЫНДАРЫҒЫҘҘЫ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Матур ғаилә ҡорғоң килһә...

Әсә-атаңа ихтирамлы бул! Бер егет үҙенең икенсе яртыһын таба алмай алмай икән. Ул әйтмешләй гел йә йәмһеҙ, йә аҡылһыҙ, йә уҫал, йә ялҡау ҡыҙҙар ғына осраған. Бөтә яҡлап та килгән, йәғни үҙе матур, үҙе егәрле, үҙе йомарт гүзәл затты эҙләүҙән арыған ир аҡыл эйәһенән кәңәш һорарға булған.

Аҡһаҡал уны иғтибар менән тыңлаған да:
- Күреп торам, бәләң бик ҙур. Шулай ҙа әйт әле миңә: әсәйең менән мөнәсәбәтең нисек? – тип һорап ҡуйған.
Егет бик ныҡ ғәжәпләнгән.
- Бында әсәйемдең ни ҡыҫылышы бар? Әллә, белмәйем... Ул йыш ҡына үҙенең теләһә ниндәй һорауҙары, артыҡ хәстәрләүе, мыжыуы һәм үтенестәре менән йәнемә тейә. Уны яратам тип әйтә алмайым, - тип яуап биргән.
Аҡыл эйәһе бер аҙ уйланып торған да:
- Мин һиңә мөхәббәттең төп серен асҡым килә. Һөйөү ҙә, бәхет тә һинең йөрәгеңдә ул. Уларҙың орлоғон күңелеңә тормошоңдағы иң мөһим кешең һалған. Ул – һинең әсәйең. Уға ниндәй мөнәсәбәттә булһаң, донъялағы бар ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата шундай мөнәсәбәт һаҡланасаҡ. Сөнки әсәйең – ул һинең беренсе мөхәббәтең, беренсе булып, һине үҙ ҡосағыңа алған кеше. Әсәйеңде яратһаң һәм хөрмәт итһәң, башҡа ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла хөрмәт итергә өйрәнәсәкһең. Шул ваҡытта ҡасандыр һиңә оҡшаған ҡыҙҙың наҙлы ҡарашын, иркә йылмайыуын үҙең дә тойорһоң, йылы һүҙҙәрен ишетерһең.
Ата-әсәгә мөнәсәбәтебеҙ – бәхетебеҙҙең үлсәүе ул...
Лена АБДРАХМАНОВА тәржемәһе.

 

Матур ғаилә ҡорғоң килһә...
Матур ғаилә ҡорғоң килһә...
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: