Һуңғы йылдарҙа ауыл ерендә лә ҡаланыҡынан һис ҡалышмаған уңайлы шартлы дауаланыу учреждениелары асылыуы ҡыуандыра. Заманса ФАП-тарҙа халыҡтың һаулығын тикшереү өсөн тейешле ҡорамалдар бар. Унда сирлеләрҙе ҡабул итеүҙән башлап, фельдшер яуаплылығындағы бөтә процедура башҡарыла.
Райондың Үрге Юлдаш ауылында ла “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы сафҡа ингән өр-яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пунктын асыу тантанаһы үтте.
Уны асыу хоҡуғы Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаровҡа, район хакимиәте башлығы Зәбир Ғабдуллинға, үҙәк район дауахана баш врачы урынбаҫары Роза Солтангироваға һәм Ергән ауыл биләмәһе башлығы Андрей Васинға бирелде. Ал таҫманы киҫкәндән һуң, ҡунаҡтар өр-яңы медпунктҡа инеп, иркен, уңайлы кабинеттарҙы ҡарап сыҡты, урындағы халыҡ менән аралашты.
Был ваҡиғаны урындағы халыҡ түҙемһеҙләнеп көттө. Йылы, яҡты бинала дауаланыуға ни етә? Фельдшер-акушерлыҡ пунктында пациенттарҙы ҡабул итеү, персонал өсөн бөтә уңайлы шарт та булдырылған. Процедура-прививка, ҡарау кабинеттары, көтөү урыны, санитар һәм персонал өсөн айырым бүлмә, хужалыҡ блогы эшләй. Ә иң мөһиме – райондаштарҙың һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер иғтибарлы, тәжрибәле фельдшеры бар.
Кеше тыуғандан алып ғүмере аҙағынаса аҡ халатлылар иғтибарына, ярҙамына мохтаж. Заманса ФАП Үрге Юлдаш ауылы кешеләренә оҙаҡ йылдар хеҙмәт итһен, шулай ҙа унда тик профилактика маҡсатында ғына йөрөргә яҙһын, тип теләйек.
Автор фотолары.