Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramОКVKdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
6 Июль 2022, 13:10

Тупланған тәжрибә - яңы үрҙәргә өлгәшеү өсөн нигеҙ

Әҙәм балаһы  йәненә рәхәтлек биргән һөнәрҙе һайлаһа, үҙен бәхетлерәк тоя, - ти психологтар.

Халыҡ-ара кооперация көнөнә ҡарата

Тупланған тәжрибә  - яңы үрҙәргә өлгәшеү өсөн нигеҙ

Әҙәм балаһы  йәненә рәхәтлек биргән һөнәрҙе һайлаһа, үҙен бәхетлерәк тоя, - ти психологтар. Смаҡ ауылының аҙыҡ-түлек  магазины һатыусылары Фәниә Сәләхова менән Рәйсә Сөләймәнова - үҙ эше оҫталары.

 “Башҡортостан ҡулланыусылар йәмғиәте союзы”ның урындағы ҡулланыусылар йәмғиәтендә йәштән хеҙмәт юлын башлаған Фәниә Фәрит ҡыҙы заманында кассир ҙа, официант та, тауар белгесе лә булып эшләгән, магазин директорына тиклем үрләгән. Ошо эшкә дүрт тиҫтә йыл ғүмерен бағышлаған Рәйсә Миңлерахман ҡыҙын ҡалала ғына түгел, районда ла күптәр белә. Тәжрибәле һатыусы - ярты уңыш, тип әйтергә мөмкин, сөнки иҫәп-хисап яғынан белемле булыуҙан тыш, һатып алыусылар менән йылмайып, ихтирам менән һөйләшә белергә лә, уларға кәрәкле әйберҙе маҡтап, оҫта итеп һатып ебәрергә лә кәрәк. “Сауҙа тармағы элек-электән кеше мәнфәғәтенә эшләгән, уларҙың ихтыяжын ҡәнәғәтләндергән. Ул - бөгөн дә мөһим һәм кәрәкле өлкә. Һатыусыларыбыҙға хеҙмәт урынында бар шарттар тыуҙырабыҙ. Магазин бинаһында ремонт үткәрҙек, сауҙа залы яҡты, иркен, уңайлы”, -  ти урындағы ҡулланыусылар йәмғиәтенең кадрҙар менән эшләүсе белгесе Светлана Ларионова.

Әҡлимә ИМАМОВА.

Һүрәттә: Һатыусылар Рәйсә Сөләймәнова, Фәниә Сәләхова (һулдан уңға).

Автор фотоһы.

 

 

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: