Бағыр балығы менән күмер араһында ниндәй уртаҡлыҡ бар тип уйлайһығыҙ? Уйлап башығыҙҙы ҡатырмағыҙ, яуабын әйтәм: Күмертау ҡалаһындағы тиҫтә йылдар ҡулланылмаған быуаны арендаға алып, “Балыҡ питомнигы” йәмғиәте бағыр үрсетә башлаған. 100 тапҡыр ишеткәнсе, үҙең барып күреү хәйерле тигәнде иҫкә алып, ҡала ситендәге һыу ятҡылығына юл тоттоҡ. Директор урынбаҫары Андрей Шатаев, бәхеткә, эш урынында ине. “Республика менән Мортаза Рәхимов етәкселек иткән осорҙан һыу ятҡылығына күҙ һалып йөрөнөк”, - ти Нефтекама ҡалаһы эшҡыуары. Башта Мәләүез районында Нөгөш йылғаһында үрсетеп ҡарағандар, тик уңышлы сыҡмаған: йәйгеһен боҙ кеүек, үтә һыуыҡ һәм тау гәлсәре кеүек, тап-таҙа һыуҙа ғына бағыр үрсей ала шул. Күмертау быуаһының тәрәнлеген махсус прибор эхолот менән тикшергәндәр: урыны менән 45 метрға еткәнлеген белгәс, ниәт иткәндәр. Бар эш тә ыңғай ғына бармай, әлбиттә. Былтыр көслө елдән ҡоролмалар емерелеп, балыҡ быуаға таралған. Күпселек өлөшөн йыйып алғандар, урындағы халыҡ та балыҡ ҡармаҡлап кинәнгән.
Альбер ТАЙМАҪОВ, Мәләүез районы хакимиәт башлығы урынбаҫары:
- Инвестиция сәғәттәре бөгөнгө көндә бизнес менән үҙ-ара эш итеүҙең һәм тиҙ идара итеү ҡарарҙарын ҡабул итеүҙең һөҙөмтәле ҡоралы булып тора, тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. Әйткәндәй, Был Радий Хәбиров индергән “Инвестиция сәғәте” үҙенең һөҙөмтәлелеген күрһәтеп, бындай формат республиканың башҡа тармаҡтары һәм өлкәләре буйынса үҙ-ара эш итеү форматы булараҡ индерелде.
Биш йыл эсендә, 2019 йылдан 2023 йылға тиклем, «Инвестиция сәғәттәрендә» 11,0128 триллион һумлыҡ 553 проект ҡаралды, улар 81323 яңы эш урыны булдырыуҙы күҙ уңында тота. 2024 йылдың 1 ғинуарына республиканың өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә 836,8 миллиард һумлыҡ 340 проект индерелгән һәм 34,8 мең яңы эш урыны булдырылған. 5 йыл эсендә эшҡыуарҙар Башҡортостан иҡтисадына 201,6 миллиард һум аҡса һалған. Ғәмәлгә ашырылған инвестиция проекттары арҡаһында төбәктә 6748 яңы эш урыны булдырылған. Республика һуңғы йылдарҙа эшҡыуарҙар берләшмәһе һорау алыуҙары нигеҙендә инвестиция йәлеп итеүсәнлеге милли рейтингында тотороҡло юғары позициялар күрһәтә. 2023 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан йәнә позицияларын яҡшыртты һәм 3-сө урынды алды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр Башҡортостан иҡтисадына инвестицияларҙың дөйөм күләме 7,6 процентҡа артты һәм 620 миллиард һумға етте. 2019 йылдан 2023 йылға тиклем инвестиция ағымының үҫеше 52,9 процент тәшкил итә. Бөгөн республикаға аҡса һалырға теләүселәр өсөн ҡаршылыҡтар юҡ, тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.