Конгэк
+26 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Еңеү көнө - олатайым хәтерендә

Һуғыш бөткәндә, минең олатайым Фәрих Баязитов ни бары  ун ете йәшлек кенә үҫмер булған. Бөгөн уға 93 йәш. Яҡыныбыҙ беҙҙең ҡәҙер-хөрмәттә бәхетле ҡартлыҡ көндәре кисерә. Олатайымдың хәтерендә Бөйөк Еңеү көнө менән бәйле бына ошондай хәтирәләр һаҡлана:

Еңеү көнө - олатайым хәтерендә
Еңеү көнө - олатайым хәтерендә

Беҙҙең тарихыбыҙға Бөйөк Ватан һуғышы данлы һәм ҡанлы осор булып мәңгелеккә яҙып ҡуйылған. Ил иңенә төшкән ҡот осҡос афәт кешеләр хәтеренән һис ҡасан юйылмаясаҡ. Беҙҙең яҡты киләсәк өсөн дошман менән йәнен аямай алышҡан яугирҙәрҙең исемдәре таҡтаташтарға ғына түгел, халыҡ күңеленә лә ҡайылған.

1945 йылдың 9 майы йылдан-йыл бөгөнгө көндәрҙән йырағая, ветерандарыбыҙ сафы ла һирәгәйгәндән-һирәгәйә, Бөйөк Еңеү көнөн хәтерләгәндәр ҙә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ваҡыт уҙыу менән кәмей барасаҡ.

Һуғыш бөткәндә, минең олатайым Фәрих Баязитов ни бары  ун ете йәшлек кенә үҫмер булған. Бөгөн уға 93 йәш. Яҡыныбыҙ беҙҙең ҡәҙер-хөрмәттә бәхетле ҡартлыҡ көндәре кисерә. Олатайымдың хәтерендә Бөйөк Еңеү көнө менән бәйле бына ошондай хәтирәләр һаҡлана: «1945 йылдың 9 майында шатлыҡлы Еңеү хәбәрен таратып ауылдар өҫтөнән аэроплан осоп йөрөнө. Был самолет беҙҙең ауыл өҫтөнән дә осоп үтеп, күп итеп ҡағыҙҙар ташлап үтте, ул төргәктәрҙе ел осороп, ауылдан ситкәрәк ағып ятҡан йылға аръяғына алып китте. Ауыл осондағы Сағыл тауына тиклем таралырға өлгөргән листовкаларҙы йыйырға Миңлебай ағай Байгилдин менән икәүләп йүгерҙек. Ашығып, ашҡынып китеп барабыҙ, ер өҫтөн ҡаплап ятҡан шул ҡағыҙҙарҙың бик мөһим икәнен һиҙгәнбеҙ, күрәһең. Хәтеремдә, ул йылда Ташлы йылғаһы ныҡ ташҡайны, боҙ өҫтөнән шаулап ағып ятҡан һыуҙы ағай менән икәүләшеп, оҙон таяҡҡа тотоноп сыҡтыҡ та, тауға менеп еткәс, өҫ кейемдәребеҙҙе сисеп, еңдәрен бәйләп, теге ҡағыҙҙарҙы күлдәктәргә шыплап тултырып алып ҡайттыҡ. Ҡәһәрле һуғыш бөтөү тураһындағы шатлыҡлы хәбәр яҙылған ине уларға. Ҡыуаныстың сиге булманы! Йөҙҙәргә шатлыҡ-һөйөнөс, ҡот ҡунды, күҙҙәргә йәш эркелде. Ауыл малайҙары уларҙы  йүгереп йөрөп, өй һайын таратып сыҡты. Шулай итеп, бар халыҡты берләштереп тотҡан ҡайғы-хәсрәт тойғоһо барыбыҙҙың да уртаҡ шатлыҡҡа әүерелде. Яу яланында ятып ҡалғандарҙың ҡара ҡағыҙы килһә лә, яҡындары, ауылдаштары уларҙың тере икәненә ышанды, ҡасан да булһа бер ҡайтып инеүенә өмөт итте».

Олатайым Фәрих Хажиғәле улы, бөгөн оло йәштә булһа ла, һуғыштан һуңғы ауыр осорҙо тәрән тетрәнеү менән иҫкә ала: 

«Һуғыш бөтөп, ил өҫтөнә тыныс тормош килһә лә, ауылда ауырлыҡтар тиҙ генә бөтмәне. Анау саҡлы емереклек, юҡлыҡты барға әйләндергәнсе, ныҡлап аяҡҡа баҫҡансы күпме ваҡыт кәрәклеген аңлау ауыр түгел ине! Аслыҡ-яланғаслыҡ байтаҡ һаман дауам итте әле. Колхозға эш өсөн ат, трактор һәм башҡа төрлө техника етешмәй ине.

Еңеүҙән һуң ун-ун биш йыл үткәс кенә ауыл магазиндарында кәрәкле тауар һәм ризыҡ күренә башлағандыр, бындай хәлдә кемделер ғәйепләү мөмкин дә түгел, сөнки оҙаҡ дүрт йыл дауамында барған һуғышты, уның һөҙөмтәһе булған иҫ киткес юғалтыуҙарҙы кисергән илебеҙ ныҡ ҡаҡшаған була».

Лилиә ҠАЗИХАНОВА.

Фото архивтан.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: