Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

12 июнь - Рәсәй көнө

1990 йылдың тап ошо көнөндә Рәсәй бойондороҡһоҙлоғо тураһында Декларация ҡабул ителә. Башта ул Бойондороҡһоҙлоҡ көнө, ә 2002 йылдан алып Рәсәй көнө булараҡ билдәләнә башлай.

12 июнь  - Рәсәй көнө
12 июнь - Рәсәй көнө

Тарихҡа күҙ һалһаҡ, 1990 йылдың тап ошо көнөндә Рәсәй бойондороҡһоҙлоғо тураһында Декларация ҡабул ителә. Башта ул Бойондороҡһоҙлоҡ көнө, ә 2002 йылдан алып Рәсәй көнө булараҡ билдәләнә башлай.

Рәсәй халыҡтарының үҙ-ара дуҫлығын һәм берҙәмлеген сағылдырған был датаның тарихын белеүселәрҙе асыҡлау маҡсатында «12 июндең ниндәй көн икәнен беләһегеҙме?» тигән һорауҙы беҙ йәш яҡташтарыбыҙға юлланыҡ.

 

Зөлфиә ЯНБАЕВА, 21 йәш, студент:

 - 12 июндең Рәсәй көнө икәнен һәр кем белергә тейеш. Беҙҙең илебеҙ көслө һәм бойондороҡһоҙ дәүләт, төрлө милләт кешеләре дуҫ йәшәй, шулай булғас, был беҙҙең уртаҡ байрамыбыҙ.

Артур ЛАТИПОВ, 18 йәш, мәктәп уҡыусыһы:

- Тарихы менән таныш түгелмен, әммә 12 июндең ниндәй байрам икәнен, әлбиттә, беләм. Тап Рәсәйҙә йәшәүем менән ғорурланам. Илебеҙ тыныс булһын.

Гөлсинә ИШКИНИНА, 23 йәш, йәш белгес:

-  Башҡалар нисектер, әммә мин был датаның тарихын беләм. Уҙған быуатта, 1990 йылдың тап ошо көнөндә Рәсәй суверенитеты тураһында килешеү ҡабул ителә. Шул осорҙан демократик дәүләт төҙөү башлана ла инде. Тәүҙә ул суверенитет көнө, ә 2002 йылдан алып Рәсәй көнө булып билдәләнә. Барлыҡ яҡташтарымды байрам менән ҡотлайым.

Рәфис АРЫҪЛАНОВ, 19 йәш, студент:

Азатлыҡ, тыныслыҡ байрамы. Халыҡтар татыулығын сағылдыра. 12 июнь һәр кем өсөн мөһим дата. Ниндәй генә милләттән булһаҡ та, беҙҙе бер ил, уның яҙмышы, үткәне һәм киләсәге бәйләй бит.

Лена ХӘЙРУЛЛИНА яҙып алды.

Фото интернеттан.

 

 

 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: