ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек мәктәбе
19 Сентябрь 2023, 10:05

Аңлатабыҙ. Башҡортостан, Махсус хәрби хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү буйынса яңы саралар барлыҡҡа килде

Башҡортостан хөкүмәте яугирҙарҙың шифаханаларға путевкаларҙы туғандары менән бүлеү хоҡуғын раҫланы. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, элек шифахана-курорт дауалауына ташлама менәнмахсус хәрби операцияла ҡатнашыусы үҙе генә файҙалана ала ине.

Аңлатабыҙ. Башҡортостан, Махсус хәрби хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү буйынса яңы саралар барлыҡҡа килде
Аңлатабыҙ. Башҡортостан, Махсус хәрби хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү буйынса яңы саралар барлыҡҡа килде

 Хәҙер Башҡортостандан СВО-ла ҡатнашыусылар туғандары менән дауаланыу осорон тигеҙ өлөшкә бүлергә йәки яҡын туғандарының береһенә-иренә йәки ата-әсәһенә (уллыҡҡа алыусыларға) шифахана — курорт дауалау хоҡуғын тулыһынса тапшырырға мөмкин. Дауалау ваҡыты 14 көн, льгота менән бер тапҡыр ғына файҙаланырға мөмкин. Был осорҙо ҡатыны йәки ата — әсәһенең береһе менән 7 көн бүлешергә мөмкин. Йәки бөтә 14 көнгә хоҡуҡты уларҙың береһенә тапшырырға.Шулай уҡ ике туғанына юллама тапшырыу варианты бар һәм ул саҡта уларҙың һәр береһе 7 көн ял итә ала. ҠАТНАШЫУСЫҒА шифахананы һайларға һәм путевканы үҙаллы бронләргә кәрәк. Бының өсөн паспорт (йәки шәхесте раҫлаусы башҡа документ), СНИЛС, ИНН, махсус хәрби операцияла ҡатнашыу тураһында белешмә, табиптың һығымтаһы менән һаулыҡ торошо тураһында медицина белешмәһе һәм шифахана-курорт картаһы кәрәк. Ә был туғандарға дауаланыу хоҡуғын тапшырған осраҡта өҫтәлергә тейешле документтар исемлеге никах тураһында таныҡлыҡ йәки тыуыу тураһында таныҡлыҡ, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының дауалау хоҡуғын ғаилә ағзаһына биреү тураһында  ғаризаһы.

Һәләк булғандарҙың ғаиләләренең хоҡуҡтары тураһында. Ҡатнашыусы һәләк булған осраҡта шифахана-курорт дауалауын бер тапҡыр алыу хоҡуғын уның туғандары — 14 көнгә бер кеше йәки 7 көнгә ике кеше ала. Тулыраҡ-Башҡортостан Хөкүмәтенең 2023 йылдың 7 авгусындағы 477-се Ҡарарында: https://vk.cc/cq7soE

Өҫтәмә һорауҙарға яуаптарҙы Башҡортостандың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре Министрлығында алырға мөмкин: 8 (347) 218-02-11, 218-01-28.

Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары-махсус чат-ботта: https://vk.cc/cpMRvx

Аңлатабыҙ. Башҡортостан, Махсус хәрби хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү буйынса яңы саралар барлыҡҡа килде
Аңлатабыҙ. Башҡортостан, Махсус хәрби хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү буйынса яңы саралар барлыҡҡа килде
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: