-7 °С
Ҡар
"Яугир" исемле команда йыл һайын үткәрелеүсе хәрби-ялан слетында ҡалабыҙ исеменән лайыҡлы сығыш яһаны. "Үҙеңде Ең, еңелеүһеҙ булырһың!” тип аталған сараны спецназ ветерандары ойошторған был слетта "Яугир" төбәк-ара ойошмаһы өсөнсө йыл ҡатнаша. Марш-бросок, хәрби шарттарға мөмкин тиклем яҡыныраҡ физик әҙерлек, конкурстар, ярыштар, дискотека һәм яңы таныштар бер кемде лә битараф ҡалдырманы.
Тренерҙарға Һәм остаздарға Рәүеф Батталовҡа, Илһам Яҡуповҡа, Марат Аҙнағоловҡа ошо сарала әүҙем ҡатнашҡандары өсөн рәхмәт белдерәбеҙ.
Радик Салауатов.