Конгэк
-2 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫНДАРЫҒЫҘҘЫ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иман
21 Апрель 2023, 10:41

Ураҙа ғәйете мөбәрәк булһын!

Йыл һайын Ураҙа ғәйете айҡанлы Мәләүез районы һәм ҡалаһы мәсеттәре байрам төҫө ала. Унда дини ғәмәлдәр үтәгән мосолман ҡәрҙәштәр йыйылып, бере-береһен изге байрам менән ҡотлай.

Ураҙа ғәйете - ислам донъяһында иң ҙур байрамдарҙың береһе. Уны мәләүездәр быйыл да ойошҡанлыҡ менән үткәрҙе. Унда олоһо ла, кесеһе лә йыйылды. Ураҙа байрамы иртәһендә аҙан тауышы, Ҡөрьән аят-сүрәләре яңғыраны, мосолмандар ғәйет намаҙын уҡыны, вәғәз тыңланы, фытыр саҙаҡаһын бирҙе. Рухи таҙарыныуға, изгелеккә, миһырбанлыҡҡа ынтылыуҙы һынландырған ураҙа айында һәр кем игелек эшләргә, ялған һөйләүҙән, бер-беребеҙҙе йәберләүҙән тыйылырға тырышты.
Һуңынан дин ҡәрҙәштәр мәсеттә ойошторолған байрам ашынан ауыҙ итте. Байрамды ойоштороусыларға рәхмәт әйтеп, киләһе ураҙаларҙы ла күрергә насип булһын тигән ниәттә таралышты халыҡ.
Ураҙа ғәйете мөбәрәк булһын!
Ураҙа ғәйете мөбәрәк булһын!
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: