Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Иман
26 Апрель 2023, 10:37

Бәхил бул, Сәкинә Әсҡәт ҡыҙы!

Сәкинә апай Кинйәбаева ут ҡыҙыулығын баҫыр сабыр, ир аҡһаҡалдарына кәңәш бирер аҡыллы шәхес ине.

 24 апрелдә 71-се йәшендә матбуғат ветераны Сәкинә Кинйәбаева баҡыйлыҡҡа күсте.

Сәкинә Әсҡәт ҡыҙы 1952 йылдың 19 ноябрендә Архангель районы Аҙау ауылында донъяға килгән. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында уҡығанда үҙенең ғүмерлек тормош юлдашы Юнир Кинйәбаевты осрата. Юғары уҡыу йортон тамамлағас, йәш ғаилә Бөрйән районы Аҫҡар ауылы мәктәбенә йүнәлтмә ала һәм Сәкинә Кинйәбаева хеҙмәт биографияһын урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып башлай. Күптәргә өлгө булырлыҡ ғаиләлә ике бала – улдары Азат һәм ҡыҙҙары Рита үҫә.

Тормош иптәше Юнир Сәмиғулла улын “Башҡортостан” гәзитенә эшкә саҡырғас, Мәләүезгә килеп төпләнәләр. Сәкинә Әсҡәт ҡыҙы ла редакцияға эшкә урынлаша. Оҙаҡ йылдар “Октябрь юлы” дубляж гәзитен етәкләне, тәжрибәле тәржемәсе булды.

2002 йылда “Көнгәк” гәзите сыға башлағас, хаҡлы ялға сыҡҡансы яуаплы секретарь вазифаһында эшләне. Сәкинә Әсҡәт ҡыҙы ут ҡыҙыулығын баҫыр сабыр, ир аҡһаҡалдарына кәңәш бирер аҡыллы шәхес ине.

Уның яҡты иҫтәлеге беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр. Балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең, туғандарының, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, сабырлыҡ теләйбеҙ.

Бәхил бул, Сәкинә Әсҡәт ҡыҙы!

Бәхил бул, Сәкинә Әсҡәт ҡыҙы!
Бәхил бул, Сәкинә Әсҡәт ҡыҙы!
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: