Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Иман
5 Май 2023, 06:50

Шөкөр һәм тәүбә

Ғүмер һөйөнөп йәшәү өсөн дә, һынау һәм һөйөү билдәһе итеп тә бәндәгә Аллаһы тәғәлә тарафынан бирелгән.

Шөкөр һәм тәүбә
Шөкөр һәм тәүбә

Ғүмер һөйөнөп йәшәү өсөн дә, һынау һәм һөйөү билдәһе итеп тә бәндәгә Аллаһы тәғәлә тарафынан бирелгән.

Һыуһағанда һыу биреп һыйлаған ҡәрҙәшеңә рәхмәт әйтергә кәрәк. Был - әҙәп. Кешегә рәхмәт әйтә, ә бына үҙенә гүзәлдәрҙән-гүзәл ғүмер, ғүмер итергә етерлек ниғмәт биреп торған Аллаһҡа - Раббыһына шөкөр итмәгәндәр ҙә бар. Донъяға күҙен асҡанда сабый күңеле аҡ ғағыҙ кеүек була. Ҡөрьән нәсихәттәре, дин, әҙәпле ғаилә уға ошо керһеҙ күңелен, тәбиғи сафлығын һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирә. Ошо мөмкинлектән файҙалана белгәндәр бәхетле, уны ҡулдан ысҡындырғандар бәхеттең тәмен дә татып ҡарамай ғүмерен заяға үткәреүгә дусар ителә.
Шуға ла беҙҙе дин бары менән ҡәнәғәт булырға, шөкөр итә белергә, шөкөр итергә кәрәклеген хәтерҙән сыҡҡан саҡтар булһа, тәүбә итергә өйрәтә.
Кеше үҙенең гонаһ эшләүе тураһында белергә тейеш. Үкенеү һәм Аллаһтың ярлыҡауын үтенеү - уның төп вазифаһы. Быны аңлай белмәү - күңел бушлығына, йәһәннәмгә ҡарай йүнәлеш тотоуға бер сәбәп. «Тәүбә, - тиелә хәҙистә, - ҡылған гонаһтарың өсөн үкенеү». Тәүбә итеү өсөн: «Әстәғәфируллаһ! - Аллаһ үҙе ярлыҡаһын!» - тип әйтеү генә етмәй, ниәт тә, үкенеү менән тулы күңелдең тетрәнә белеүе лә, күҙ йәштәре лә кәрәк.
Үләндәр ҙә бит дымлы ерҙә, көндәр йылынғас ҡына сәскәгә күмелә.

Дини календарҙан.

Шөкөр һәм тәүбә
Шөкөр һәм тәүбә
Автор:Лилия Арсланова
Читайте нас: