Конгэк
+2 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иман
26 Сентябрь 2023, 16:06

26 сентябрь – Мәүлит кисе

Байрам мөбәрәк булһын!

26 сентябрь – Мәүлит кисе
26 сентябрь – Мәүлит кисе

Арабыҙҙа, моғайын, был һүҙҙең мәғәнәһен, уның әһәмиәтен белмәгән кешеләр барҙыр. Мәүлит – тыуыу тигәнде аңлата. Мәүлит кисәһе тип һөйөклө Рәсүлебеҙ Мөхәммәттең ғәләйһис-сәләмдең тыуған көнөн атайҙар. Мәүлит рабиғел әүүәл айының 11-се һәм 12-се көндәре араһындағы кискә ҡарай. Был айҙа мосолмандар Мөхәммәт пәйғәмбәрҙе ҙур ихласлыҡ менән иҫкә ала. Миләди иҫәп буйынса Мөхәммәт пәйғәмбәр 571 йылда Мәккә ҡалаһында тыуған.

Мәүлит - Ислам динендәге иң мөбәрәк кистәрҙең береһе. Байрам кисендә Рәсүллуллаһ йәшәгән замандар, уның күргән хәлдәре, мөғжизәләре тураһында китаптар уҡыу, вәғәздәр тыңлау, уның тормошон өйрәнеү сауаплы.

Ата - әсәһе Мәккә тирәһендә билдәле кешеләр - Ғабдулла бин Ғәбдел Моталлип менән Әминә бин Ваһб була. Атаһы бала тыуғансы уҡ үлеп ҡала, 6 йәшендә әсәһе лә вафат була. Малай ата-әсә наҙы күрмәй етемлектә үҫһә лә, әҙәп-әхлаҡ эйәһе, халыҡ араһында абруйлы, ышаныслы ир булып үҫә.

Пәйғәмбәрҙең кендек инәһе Абдулмоталлип ҡыҙы Сафия Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм тыуғанда эргәһендә булған: «Был сабыйҙың үҙендә 35 ғәләмәт күрҙем. Быларҙың һәр береһе уның пәйғәмбәрлегенә дәлил ине. Әсәһенән башы менән тыуҙы, сабый тыуыр-тыумаҫ сәждәгә китте. Ана шул ваҡыт Ер йөҙөндә булған барса йәнле-йәнһеҙ ойоп, Уға һәм Аллаһы Тәғәләгә сәждә ҡылды. Ул пак тыуҙы. Йыуырға булғас: «Уны йыумағыҙ, беҙ йыуҙыҡ һәм паклыҡ ебәрҙек” тигән ап-асыҡ бер ауаз ишеттем. «Алланан башҡа тәңре юҡтыр. Мин уның пәйғәмбәремен», - тип әйткән кеүек тә тойолдо сабый. Фәрештәләрҙең уға: «Әссәләмәғәләйкүм, Рәсүллүллаһ», - тип сәләмләгәне лә ишетелде. Малаймы, ҡыҙмы икәнен ҡарайым тиһәм, эргәмдә бер яҡты нур пәйҙә булды. Әсәһенән тыуғанда ҡараңғы төн ине, ҡарайым, бөтөн ер яҡтырҙы, көн уртаһы кеүек булды. Шул арала бөтә ер йөҙө йәшелләнде. Сәхрәләр яҡтырҙы, бөтә ағастар япраҡ ярҙы, сәскәләр атты. Һуңғы пәйғәмбәр донъяға тыуҙы, тигән яҙма күк көмбәҙендә күренде. Бөтә шайтандар ҡурҡты», - тип хәтерләй.

Мәүлит байрамы нимәнән тора?

Беренсенән, Ҡөрьән Кәрим аяттарын уҡыуҙан. Икенсенән, салауат уҡыуҙан һәм Пәйғәмбәребеҙ тарихын бәйән (һөйләү) ҡылыуҙан. Өсөнсөнән, зекер итеүҙән. Шунан инде бергәләп доға ҡылыуҙан, бер-береңә бүләктәр бирешеүҙән.

Шулай уҡ, исламда изге көн һаналған Мәүлит кисендә саҙаҡа биреү, мосолмандарҙы йыйып табын үткәреү һәм доғалар уҡыу, тыңлатыу – был кисте хөрмәт итеү булыр. Мөхәммәт тыуған көндө һәм төндө мосолмандар намаҙҙа үткәрә, Ҡөрьән Кәрим аяттарын уҡый, байрамдың асылына тап килгән мөнәжәттәр әйтә, изге эштәр ҡыла.

 

Салауат

Аллаһүммә салли ғәлә сәййидинә Мүхәммәдин үә ғәли әли Мүхәммәд. Кәмә салләйтә ғәлә Ибраһимә үә ғәлә әли Ибраһимә иннәкә Хәмидүн Мәжид.

Аллаһүммә бәрик ғәлә Мүхәммәдин үә ғәлә әли Мүхәммәд. Кәмә бәрактә ғәлә Ибраһимә үә ғәлә әли Ибраһимә иннәкә Хәмидүн Мәжид.

Автор:Дина Ишматова
Читайте нас: