Конгэк
-4 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иман
25 Декабрь 2023, 15:02

Сихыр ҙа бар, боҙом да бар!

Күҙ тейеү ҙә бар әле

Элек-электән сихырҙан, күҙ тейеүҙән ҡурҡтым. Ҡурҡмаҫ инем, үҙемдең тормошомда күп осраны улар. Шулай бер ныҡ ауырып киткәндә мине күрше районға бағымсы бабайға алып барҙылар.

Ул мине бер тапҡыр ғына өшкөрҙө һәм һәр ваҡыт “бисмилла” әйтеп йөрөргә ҡушты. Имсе кәңәштәрен һеҙгә лә еткерәм: “Өйҙән сыҡҡанда “бисмилла” тип әйткән кешене 70 мең фәрештә һаҡлап йөрөр. Аллаһы Тәғәлә уларға, был кеше юлын Миңә тапшырҙы, ҡайтып еткәнсе һаҡлағыҙ, тип әйтә. Ишектән сыҡҡанда ла, өйгә ингәндә лә, телефондан һөйләшә башлағанда ла “бисмилла”ны әйтегеҙ.

Социаль селтәрҙәге фотоһүрәт аша ла күҙ тейә, шуны ҡулланып боҙом эшләргә мөмкин. Һәр ваҡыт  тәһәрәтле йөрөгөҙ, Аллаһы Тәғәләне зекер итегеҙ, намаҙ уҡығыҙ. Һоҡланып ҡарағанда, “сөбханалла” һүҙен әйтегеҙ. Шәриғәт ҡушҡанса кейенегеҙ, был бигерәк тә ҡатын-ҡыҙға ҡағыла. Йоҡлар алдынан өс тапҡыр «Ихлас», «Фәләҡ», «Нәс»те уҡып, тәнегеҙҙе һыпырығыҙ, шул рәүешле шайтандарҙан һаҡланырһығыҙ.

Сихыр ҙа бар, боҙом да бар!
Сихыр ҙа бар, боҙом да бар!
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас: