ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иман
1 Ғинуар , 20:30

Һеҙ бәхетлеме? Һәр ваҡыт эргәлә лә бит...

Бер көндө Бәхет урман буйлап китеп барғанда яңылыш соҡорға ҡолай һәм илай башлай.

 Эргәнән генә кеше үтеп бара. Бәхет, кешенең аяҡ тауыштарын ишетеп:
- Эй, изге кеше! Мине бынан сығарсы! – ти.
- Ә һин бының өсөн миңә нимә бирәһең? – ти кеше.
- Ә һин нимә теләйһең? – тип һорауға һорау менән яуап бирә Бәхет.
- Мин диңгеҙ буйында иң ҡиммәтле, матур һәм ике ҡатлы ҙур йорт теләйем, – ти кеше. Бәхет кешегә һорағанын бирә, ул өйгә йүгерә һәм Бәхет хаҡында бөтөнләй онота. Бәхет соҡорҙа тағы ла нығыраҡ илай.
Икенсе кеше үтеп бара, Бәхет уға ҡысҡырып, үҙен сығарыуын үтенә:
- Эй, изге кеше! Миңә ярҙам итсе!
- Ә һин миңә нимә бирәсәкһең? – ти кеше.
- Һиңә нимә кәрәк һуң? – ти Бәхет.
- Миңә бик күп матур һәм ҡиммәтле, төрлө маркалағы машиналар кәрәк. Быныһына ла Бәхет һорағанын бирә. Был кеше лә ҡыуанысынан Бәхетте онота.
Бәхет бөтөнләй өмөтөн юғалта. Көтмәгәндә өсөнсө кешенең яҡынлашыуын тоя һәм: - Эй, изге кеше! Ярҙам ҡулдарыңды һуҙсы миңә! – ти. Кеше Бәхетте соҡорҙан сығара һәм юлын артабан дауам итә. Ә Бәхет уның артынан ҡыуып етә лә:
- Кеше! Миңә ярҙам иткәнең өсөн һин нимә теләйһең? – ти.
- Бер нәмә лә кәрәкмәй, – ти кеше. Шунан башлап Бәхет был кешенең артынан ҡалмай, һәр саҡ уның менән.
- Мин дә һеҙгә бәхет һеҙҙең йәнәшәгеҙҙә барыуын теләйем.

(Интернеттан).

Һеҙ бәхетлеме? Һәр ваҡыт эргәлә лә бит...
Һеҙ бәхетлеме? Һәр ваҡыт эргәлә лә бит...
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас: