Күңел күгең аяҙ микән,
Бергенәм?
Теләк әйттем Күктәр менән,
Ер менән.
Намаҙлыҡтар йәйhен тиеп,
Алдына:
Йәшел төҫтә балаҫ hуҡтым,
Ал, бына!
Ҡиблаларға ҡарап уҡын,
Үтенәм.
Сабырhыҙлыҡ дауаланды
Энә менән,
Еп менән –
Сигеү сигәм hиңә арнап
Биҙәген.
Балаң hөйhәм, өҙөлмәҫ ул
Үҙәгем.
Төндө көнөм, көндө өнөм
Уятыр.
Күңелемдә ҡайтыр, тигән
Уй ятыр.
Ҡайтыр, ҡайтыр
Үҙ еренә:
Ул еңеүсе, ул батыр!
Күңел күгең аяҙ микән,
Бергенәм?!
Теләк әйттем. Барып етhен
Ел менән.
Лариса АБДУЛЛИНА.
Лена Хәйруллина фотоһы.