ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иман
11 Ғинуар , 10:20

5 НӘМӘ - АЛЛАҺТАН, 5 НӘМӘ - ҮҘЕҢДӘН

Тулыраҡ: 

5 НӘМӘ - АЛЛАҺТАН, 5 НӘМӘ - ҮҘЕҢДӘН
5 НӘМӘ - АЛЛАҺТАН, 5 НӘМӘ - ҮҘЕҢДӘН

Имеш, бер ваҡыт Аллаһы Тәғәлә Муса ғәләйһиссәләмгә әйткән: "5 нәмә — Минән, ә 5 нәмә – һинән".

Илаһилыҡ — Минән, ә ғибәҙәт ҡылыу – һинән.

Ниғмәттәр — Минән, ә шөкөр итеү –һинән.

Тормошҡа ашырылыу, башҡарылыу — Минән, ә доға ҡылыу – һинән.

 Тормоштағы төрлө мәсьәләләрҙең хәл ителеүе — Минән, ә сабырлыҡ күрһәтеү – һинән.

Йәннәт — Минән, ә бойһоноу, итәғәт итеү — һинән.

Аллаһы Тәғәләнең Муса пәйғәмбәр менән ошо һөйләшеүе – һәр әҙәм балаһы өсөн тәрән хикмәткә эйә булған һабаҡтыр. Ошо нәсихәттәрҙе тотоп йәшәгән кеше, һис шикһеҙ, бәхетле буласаҡ.

Хәҙрәт Ришат Курамшиндан.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: