ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иман
2 Февраль , 06:15

Үҙән тулы алтыны булһа...

«Ебәктән һәм башҡа шундай ҡиммәтле туҡыманан тегелгән кейемгә ынтылмағыҙ, алтындан эшләнгән һауыттан эс­мә­геҙ, ашамағыҙ. Уларҙың барыһы ла иманһыҙҙарға - фани донъяла, мөьминдәргә әхирәттә ҡулланыу өсөн тәғәйенләнгән», - тигән пәйғәмбәребеҙ ирҙәргә. Былар биҙәнеп-төҙәнеү өсөн ҡатын-ҡыҙға ғына рөхсәт ителә.

Фани донъяла матди байлыҡ һөйөнөсөн дә, көйөнөсөн дә килтереп кенә тора. Ул күп булһа, кеше тормоштоң башҡа гүзәллектәре хаҡында онота башлай. «Әгәр ҙә ки әҙәм балаһының үҙән тулы алтыны булһа, ул икенсеһен, өсөнсөһөн тултырырға теләр», - тигән Мөхәммәт, ғәләйһис-сәләм.
Исламда алтын менән ебәкте тыйыу - барҙы исраф итеүгә, мал туҙҙырыуға, артыҡ ҡупшыланып йөрөүгә ҡаршы алып барылған ғәмәлдең бер өлөшө. Байлығы артҡан һайын кешенең күңеле ярлылана бара, рухы зәғифләнә, араларҙағы татыулыҡ тарҡала. Шул уҡ ваҡытта мал-мөлкәт өсөн ҡан ҡойоп, йән ҡыйып йөрөү мосол­ман эше түгел, Пәйғәмбәребеҙ алтынды тәнгә шифаһы булһын өсөн генә файҙаланырға кәңәш биргән.

Дини календарҙан.

Үҙән тулы алтыны булһа...
Үҙән тулы алтыны булһа...
Автор:Лилия Арсланова
Читайте нас: