ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иман
4 Февраль , 17:40

Ҡайһы көн уңышлы?

Тулыраҡ: 

Ҡайһы көн уңышлы?
Ҡайһы көн уңышлы?

Бер мәл уҡыусы остазынан һораған:
– Зинһар өсөн әйтһәгеҙсе: яңы эш башлау өсөн аҙнаның ҡайһы көнө иң уңышлыһы икән?

Уҡытыусы бер аҙ уйланып торған да мут йылмайып яуаплаған:
– Шаршамбы...

Уҡыусылар йәһәт кенә дәфтәрен асып, әйтеләсәк һүҙҙәрҙе яҙып алырға әҙерләнгән. Араларында тик берәү генә ҡуҙғалмай ултыра, ти.

– Ә һин ниңә ҡулыңа ҡәләмеңде алмайһың? – тип аптырап һораған уҡытыусы.
– Артабан ни әйтерегеҙҙе белгәнгә...
– Ә ни тип дауам итәсәкмен һуң мин?
– Кесе йома, йома, шәмбе, йәк­шәмбе... Уңыш аҙнаның көнөнә ҡарамай. Бөгөн тырышһаң, иртәгә ҡыуанырһың.

Динебеҙ ҙә көндәрҙе “яҡшы” һәм “яман”ға бүлмәҫкә өйрәтә. Барыһы ла Аллаһ Тәғәлә ҡулында. “Әҙәм балаһы Раббыбыҙға һүҙ тейҙерә. Тормошҡа зар­лана, уны әрләй. Ә бит заман да – Ул, төндө көнгә һәм киреһенсә әйләндереүсе лә – Ул”, – тиелә хәҙистәрҙең береһендә. Шул уҡ ваҡытта Пәйғәмбәребеҙҙең (салләЛлаһү ғәләйһи үә сәлләм) “Бөгөнгө эшеңде иртәгәгә ҡалдырма” тигән һүҙҙәрен онотмайыҡ.

https://vk.com/ufa_barakat

Л. Хәйруллина фотоһы. 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: