Кешенең бәхетендә тәрбиәлелектең өлөшө ҙур. «Бер-берегеҙгә ышана белегеҙ, - тип өйрәтә ислам дине. - Ҡәрҙәштәрегеҙҙән изгелек кенә көтөргә өйрәнегеҙ, һөйләгән һүҙҙәренән насарлыҡ эҙләмәгеҙ. Башҡаларға ышаныу гонаһҡа батып барғандарҙы ла бәләнән ҡотҡарып ҡала».
Күркәм холоҡ, тәрбиәлелек - әҙәм балаһындағы иң матур сифаттар. Бөгөнгө аҡыл эйәләренең күбеһе әҙәплелекте, тәрбиәлелекте бәхеткә, уңышҡа алып барған хазина тип белә.
Аяттарға күҙ һалайыҡ: «Үлсәгән ваҡытта ғәҙеллек кәрәк, бизмәнегеҙ дөрөҫ булһын. Бының аҙағы - яҡшы», «Белмәгәнеңде беләм тип барма: ҡолаҡтарың, күҙҙәрең, күңелең был йәһәттән бергәләп яуап тотасаҡ», «Күкрәгеңде киреп йөрөмә: ерҙе үтәнән-үтә тишеп сығырға көсөң барыбер етмәҫ, буйың менән дә тауҙар түбәһенә етә алмаҫһың».