Конгэк
+24 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Иман
23 Февраль , 07:50

Бөгөн йома

Боронғолар әйткән:

Бөгөн йома
Бөгөн йома

Насар ғәмәл

Боронғолар әйткән: «Кешеләрҙәге сифаттарҙың насарҙарҙан да насарырағы - дүртәү: йәштәрҙең гонаһ эшләүе - насар, ҡарттарҙың гонаһ эшләүе - унан да насарыраҡ; наҙандарҙың донъя ғына ҡыуыуы - насар, ғалимдарҙың донъя артынан ғына сабыуы - тағы ла насарыраҡ; ғибәҙәттә ялҡаулыҡ - ғөмүмән, яҡшы түгел, ғалимдар менән шәкерттәрҙең ғибәҙәттә ялҡаулығы - тағы ла насарыраҡ; байҙарҙың тәкәббер булыуы - насар, фәҡирҙәрҙең тәкәбберлеге тағы ла насарыраҡ».
«Дүрт төрлө халыҡ бар ваҡытта донъя туҡталып тормаҫ, - тигән Ғәли хәҙрәт. - Улар - һаран булырға хаҡтары була тороп та, һаранланмаған байҙар; белгәндәре менән ғәмәл ҡылып йәшәгән ғалимдар; белмәүҙәре менән тәкәбберләнмәгән наҙандар, Әхирәтте донъяға алмаштырмаған фәҡирҙәр».
Хикәйәт

Бер нисә кеше бергә йыйылып, тормош­ҡа зарланып ултыра икән.
- Эйе шул, - тигән шунда булғандарҙан берәү бик тә көрһөнөп, - заманалар ауыр, бала-саға күп, сығымдар артып китте. Бер ҙә осон осҡа ялғап булмай.
- Балаһы - бала, ә саға тигәне нимә була һуң? - тигән икенселәр.
Эргәләрендә балаларынан күп яфа сиккән бер ҡарт та бар икән, шул әйткән:
- Балалар араһында саға торғаны була, шуны «саға» тип әйтәләр, - тигән.

Дини календарҙан.

Бөгөн йома
Бөгөн йома
Автор:Лилия Арсланова
Читайте нас: