Конгэк
+22 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Иман
8 Март , 06:50

КЕМ НИНДӘЙ УЛ ҮҪТЕРӘ бит әле...

Өс ҡатын ҡулдарына ауыр кәрзин тотоп, баҙарҙан ҡайтып килә. Бер аҙҙан улар ял итeprә ултыра, балалары тураһында һөйләшәләр. Ҡатындарҙың береһе улының физик яҡтан көслө булыуы, оҙаҡ итеп бер ҡулында йөрөй алыуы менән маҡтана. Икенсеһе улының һандуғас кеүек йырлауы, бар халыҡтың уға һоҡланыуы тураһында һөйләй. Өсөнсө ҡатын әхирәттәренең һүҙен өнһөҙ генә тыңлай. Улдары менән маҡтанған ҡатындар унан:- Ниңә улың хаҡында бер ни ҙә әйтмәйһең? - тип һорап ҡуя.

Өс ҡатын ҡулдарына ауыр кәрзин тотоп, баҙарҙан ҡайтып килә. Бер аҙҙан улар ял итeprә ултыра, балалары тураһында һөйләшәләр. Ҡатындарҙың береһе улының физик яҡтан көслө булыуы, оҙаҡ итеп бер ҡулында йөрөй алыуы менән маҡтана. Икенсеһе улының һандуғас кеүек йырлауы, бар халыҡтың уға һоҡланыуы тураһында һөйләй. Өсөнсө ҡатын әхирәттәренең һүҙен өнһөҙ генә тыңлай. Улдары менән маҡтанған ҡатындар унан:
- Ниңә улың хаҡында бер ни ҙә әйтмәйһең? - тип һорап ҡуя.
- Минең улымдың маҡтанып телгә алыр һәләттәре юҡ, -ти ҡатын.
Бер ҡарт был һөйләшеүҙең шаһиты була. Бына ҡатындар йорттары эргәһенәрәк еткәс, кәрзиндәрен ергә ултыртып, бил яҙып, талған беләктәрен ыуғылап тора. Әсәләрен күреп, малайҙары улар янына йүгереп килеп етә. Улдарҙың береһе баш түбән тороп, бер ҡулында йөрөп күрһәтә. Икенсеһе таш өҫтөнә ултырып, әсәһе яратҡан йырҙы йырлап ебәрә. Ә өсөнсө малай әсәһе эргәһенә килеп, уның ҡулынан кәрзинен ала һәм:
- Ҡана мин һиңә ярҙам итәйем, - ти.
Шул саҡ ҡатындар эргәләренән уҙып барыусы ҡарттан малайҙарҙың һәләте тураһындағы фекерен һораша.
- Мин бында бер генә һәләтле малайҙы күрҙем, - ти ҡарт. - Ул үҙенең әсәһенә ярҙам итергә ашыҡҡан бала.

Автор:Лилия Арсланова
Читайте нас: