Конгэк
+21 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Иман
10 Март , 06:35

Ураҙа тотоуҙың мәғәнәһе

«Әҙәм балаһының бөтә ғәмәлдәре – үҙе өсөн, әммә ураҙанан башҡа...

Ураҙа тотоуҙың мәғәнәһе
Ураҙа тотоуҙың мәғәнәһе

Ураҙа тотҡан ваҡытта һеҙ күп ваҡыт өйҙә йәки эштә яңғыҙ ҡалаһығыҙ. Асығыуҙан һәм сарсауҙан интегәһегеҙ. Шуға ҡарамаҫтан, һеҙ бер ҡасан да аҙыҡҡа йә һыуға ҡағылырға баҙнат итмәйәсәкһегеҙ. Ниңә? Сөнки һеҙ Аллаһы тәғәләнең әлеге ваҡытта һеҙҙе күреп тороуын һәм Унан бер нәмәне лә йәшерә алмаҫығыҙҙы аңлайһығыҙ. «Ҡайҙа ғына булһағыҙ ҙа, Ул һеҙҙең менән. Һәм Аллаһы һеҙҙең нимә эшләгәнегеҙҙе күреп тора» (Ҡөрьән, «Тимер» сүрәһе, 57:4). Ҡараңғы бүлмәлә япа-яңғыҙ ҡалғанда ла беҙ ураҙабыҙҙы боҙа алмаясаҡбыҙ, сөнки Аллаһ Тәғәлә был хаҡта белеп тора. Шулай түгелме ни? Ошонан һуң да нисек итеп Аллаһтан башҡа кемгәлер мөрәжәғәт итмәк кәрәк?
Тағы шуға иғтибар итегеҙ: Уның өсөн генә, Уның бөйөклөгөн аңлап, Ул ҡушҡанды үтәргә ашығыуҙан тотҡан ураҙаларығыҙ өсөн Аллаһы Тәғәлә нисек итеп һеҙҙе бүләкләй. Ҡудси-хәҙистә шулай тиелә:
«Әҙәм балаһының бөтә ғәмәлдәре – үҙе өсөн, әммә ураҙанан башҡа. Ул уны Минең өсөн тота һәм Мин уның өсөн әжерен дә Үҙем бирермен» (Бохари хәҙистәр йыйынтығынан, сәхих хәҙис, «Сахих» Бүхари, 1904). Ни өсөн улай? Сөнки, әйтәйек, намаҙ, хаж, ғилем алыу кеүек ғибәҙәттәрҙән айырмалы рәүештә, һеҙҙең ураҙа тотоуығыҙ кешеләргә күренмәй. Ләкин һеҙ бөтә нәмәне Күреүсе һәм Белеүсе Аллаһтың һеҙҙе күреп тороуын аңлайһығыҙ һәм һеҙгә ошо ла етә.
Шулай итеп, һеҙ ураҙа тотҡанда фәҡәт Уға ғына табынаһығыҙ, Уның ғына ризалығын эҙләйһегеҙ.

Ураҙа тотоуҙың мәғәнәһе
Ураҙа тотоуҙың мәғәнәһе
Автор:Лилия Арсланова
Читайте нас: