Конгэк
+24 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Иман
11 Март , 11:10

ҮҘ КӨСӨНӘ ИНӘ РАМАҘАН

Көн тамамланыуын бәйән итепКүк эңерҙе шәфәҡ ялмаған.Алһыу шәфәҡ ҡыйған аҡ биләүҙәАй нурында тыуа Рамаҙан.

ҮҘ КӨСӨНӘ ИНӘ РАМАҘАН
ҮҘ КӨСӨНӘ ИНӘ РАМАҘАН
Көн тамамланыуын бәйән итеп
Күк эңерҙе шәфәҡ ялмаған.
Алһыу шәфәҡ ҡыйған аҡ биләүҙә
Ай нурында тыуа Рамаҙан.

Ҡыйырсыҡ ай ғына Рамаҙандың
Тәғәйенләнеше олонан -
Бәндәләрҙе әйҙәп алып барыр
Хаҡ Тәғәлә һыҙған юлынан.

Изге Рамаҙанда ураҙабыҙ
Аллаһ рәхмәтенә бер ғәмәл.
Аҡландырһын, пакландырһын бер үк,
Фарыз ғына булған был әмәл.

Шикһеҙ ҡабул булыр ураҙалар -
Ниәттәрҙе ихлас теләйек.
Бер Аллаһты ихлас һөйәйек тә,
Барлығын, берлеген беләйек.

Бәндәләрҙең аңы, йәне, тәне,
Таҙарынһын өсөн сүп-сарҙан,
Үҙ көсөнә инә, мосолмандың,
Изге генә айы- Рамаҙан.
М. Ҡыҙрасова - Ишемғолова.
Л. Хәйруллина фотоһы. 
Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: