Конгэк
+22 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Иман
12 Март , 11:25

Ураҙа ваҡытында ниндәй ризыҡҡа өҫтөнлөк бирергә?

Ифтарҙа, сәхәрҙә ниндәй аҙыҡҡа күберәк иғтибар бирергә, турамалар рецебы аҫтағы һылтанмала.

Ураҙа ваҡытында ниндәй ризыҡҡа өҫтөнлөк бирергә?
Ураҙа ваҡытында ниндәй ризыҡҡа өҫтөнлөк бирергә?

Ифтарҙа еңел, күберәк күҙәнәкле ризыҡ ашарға кәрәк. Өҫтәлдә тауыҡ йәки күркә менән бешерелгән йәшелсә, борщ, ит һурпаһы, фаршланған борос, тефтель булһа, яҡшы.

Сәхәрҙә күберәк аҡһымлы ризыҡҡа өҫтөнлөк бирегеҙ: йомортҡа, бутҡа,  итле фарш төрөлгән ҡоймаҡ, парҙа бешерелгән тауыҡ котлеты менән ҡарабойҙай, дөгө бутҡаһы, макарон,  май менән  икмәк.

 Ҡояш байығас бер нисә финик емеше һәм бер нисә йотом һыу (йәки һөт) менән ауыҙ асабыҙ. Бынан һуң аҡшам намаҙын ҡылыу өсөн 10–15 минутлыҡ пауза яһайбыҙ һәм шунан һуң ғына ифтар табынына ултырабыҙ.
Үтә майлы һәм үтә тоҙло ризыҡ ашамайбыҙ.
 Ауыҙ асҡанда һәр төрлө газлы эсемлектәрҙән баш тартабыҙ, сөнки уларҙа булған газ арҡаһында һыуһыҙ хәлһеҙләнгән бөйөрҙәрҙең тотоуы мөмкин. Шуға бының урынына яңы һығылған һуттар эсәбеҙ.
Ифтарҙан сәхәргә тиклем бәләкәй порциялар менән 2 литрҙан да кәм булмаған күләмдә һыу эсәбеҙ.
Мөмкинселек булһа, 20–60 минутлыҡ төшкө йоҡо хаҡында онотмайбыҙ.

Еңел турамалар рецебы

  1. Помидор+фасоль+ болгар боросо
  2. кукуруз – сохарый+һарымһаҡ
  3. консерваланған тунец+йомортҡа+сыр
  4. тауыҡ ите+шампиньон+ҡыяр
  5. йомортҡа+ҡыяр+консерваланған борсаҡ
  6. креветка+айсберг салаты+ бүҙәнә йомортҡаһы
  7. авокадо+ консерваланған тунец+ ҡыяр
  8. помидо+айсберг салаты+ авокадо
  9. кишер+алма+грек сәтләүеге
  10. ҡыяр+йомортҡа+пекин кәбеҫтәһе
  11. айсберг салаты+тауыҡ бауыры+ҡыяр
  12. бешкән ит+консерваланған фасоль+ помидор
  13. помидор+базилик+ моцарелла
  14. гранат+сөгөлдөр+ грек сәтләүеге
  15. тауыҡ ите+сельдерей+йөҙөм
  16. кальмар+ пекин кәбеҫтәһе+алма
  17. кишер+йомортҡа+кукуруз
  18. консерваланған тунец+йомортҡа+ҡыяр

 

 

Ураҙа ваҡытында ниндәй ризыҡҡа өҫтөнлөк бирергә?
Ураҙа ваҡытында ниндәй ризыҡҡа өҫтөнлөк бирергә?
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: