Конгэк
+22 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Иман
20 Март , 04:40

РАМАҘАН

Аллаһ беҙгә насип итте,Рамаҙанды күрергә.Ошо изге айыбыҙҙа,Ураҙаға керергә.

РАМАҘАН
РАМАҘАН

Аллаһ беҙгә насип итте,
Рамаҙанды күрергә.
Ошо изге айыбыҙҙа,
Ураҙаға керергә.

Хәҙер инде шайтандар ҙа,
Бығауҙарға сырмалды.
"Гонаһ эштәр булмаһын"-тип,
Аллаһ юлдарын япты.

Бөгөнгөләй мәңгелеккә,
Булһаң ине Рамаҙан.
Изгеләрҙән - изге айҙы,
Таба алмам бер ҡайҙан.

Йөрәгебеҙ таҙарынһа,
Шайтан һис алдай алмаҫ.
Насар, ҡара эштәренә,
Аллаһ уға юл ҡуймаҫ.

Иң мөһим изге айҙа,
Ураҙаға инһәңсе.
Рамаҙандың һәр көнөнөң,
Ҡәҙерҙәрен белһәңсе.

Ураҙалар тотҡан кеше,
Тамуҡтарҙан һаҡланыр.
Аллаһ беҙгә ошо айҙа,
Ожмахтарға юл асыр.

Кәрәк беҙгә Рамаҙанда,
Таҙарыныу, пакланыу.
Насар ғәҙҙәттәрҙе ташлап,
Изге ниәттәр ҡылыу.

Аллаһ беҙгә насип иткәс,
Ошо айҙы күрергә.
Тимәк мөмкинселек бирә,
Ожмахтарға инергә.

Фәниә Сыңғыҙова (Мөхәмәтшина).

Сығанаҡ: https://vk.com/club173566611

Л. Хәйруллина фотоһы. 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: