Конгэк
+21 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Иман
21 Март , 06:52

Ураҙаның файҙаһы бик ҙур

Күп осраҡта ауырыу сама белмәй ашауҙан килеп сыға.

Ураҙаның файҙаһы бик ҙур
Ураҙаның файҙаһы бик ҙур

Аш һеңдереү системаһы, бауырҙың ялһыҙ эшләүе һаулыҡты ныҡ ҡаҡшата. Ураҙа - иң боронғо тәбиғи шифаланыу ысулы. Әҙәмдән (ғ.с) башлап һәр пәйғәмбәрҙәргә ураҙа фарыз ителгән.

Аллаһ Тәғәлә әҙәмдәргә һаулығын һаҡларға бойора. Хәләлде хәрәмдән (хәмер, бисмиллаһыҙ салынған ит) айырырға,  туҡланыу тәртибен яйға һалырға, тәндә файҙалы тигеҙлек һаҡлап торған бер режимға күсеү мотлаҡ. Йылына ағзаларға үҙ үҙен таҙартыу, шлак-токсиндарҙы сығарыу мөмкинлеген бирергә кәрәк.

Ураҙала тәүлегенә12-17 сәғәт ашау-эсеүҙән тыйылып тораһың. Ошо ваҡыт арауығында сәхәрҙә ашалған-эселгән ризыҡ 3-5 сәғәттә эшкәртелә һәм ҡояш байығансы ағзалар бер нисә этап менән йылдар дауамында йыйылған зыянлы матдәләрҙән ҡотола.

Таҙарыу төрлө кешелә төрлөсә күҙәтелә. Кемдер ныҡ тирләй, кемдер өшөй-яна, кесе ярауға йыш йөрөй, хатта эс китеүе, күңел болғаныуы ихтимал. Был “сәләмәтләнеү кризисы” тип атала. Бындай ваҡытта түҙергә кәрәк, ауырыу ҡуҙғалды тип, дарыу эсеү таҙарыныу процесына зыян итергә мөмкин ти.

Ураҙа әҙәм балаһына рухи камиллыҡҡа, күркәм холоҡҡа, сабырлыҡҡа, шәфҡәтте, аслыҡтың ни икәнен аңларға, ризыҡтың, һыуҙың ҡәҙерен белергә өйрәтә.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: