Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Иман
24 Март , 04:40

ТӘҮГЕ НАМАҘ

Намаҙ уҡырға ниәтләп,Ҡулдарың күтәр,Тәкбир әйт ысын күңелдән:“Алла́һу әкбәр”.

ТӘҮГЕ НАМАҘ
ТӘҮГЕ НАМАҘ
Намаҙ уҡырға ниәтләп,
Ҡулдарың күтәр,
Тәкбир әйт ысын күңелдән:
“Алла́һу әкбәр”.

Намаҙ башланды. Уң ҡулың –
Һул ҡулың өҫлө.
Бары тик Аллаһты уйла!
Аллаһты иҫлә!

Уҡы “Фатиха” сүрәһен
Ашыҡмай ғына.
Быға йәнә ҡыҫҡа сүрә
Өҫтәһәң була.

Ошонан һуң рөкүғ эйел:
“Алла́һу әкбәр”.
(Тик Раббың булһын уйыңда –
Йәнә иҫкәртәм).

Шулай эйелеп торғанда
Әйт паклау һүҙен –
Өс тапҡыр ҡабатла эстән:
“Сүбхә́нә Раббиәл-ғаҙы́йм.”

Һәм, турайып баҫҡан саҡта,
Һин былай тип әйт:
“Сәмиғә-лла́һу лимән хәмидәһ.
Раббәнә́ үә ләкәл-хәмд”.

“Алла́һу әкбәр” тип әйтеп,
Киткәс сәждәгә,
Өс тапҡыр әйтәһең эстән:
“Сүбхә́нә Раббиәл-әғлә́”.

Тороп ултырғас, ике рәт:
“Рабби-ғфирли́” тиң.
Шунан сәждәгә китәһең –
Әйт сәждә һүҙен.

Ошонан һуң тороп баҫҡас
Һин аяғүрә,
Уң ҡулыңды һул ҡул өҫлө
Һалып ҡуй йәнә.

Тағы уҡып “Фатиха”ны,
Берҙе рөкүғ ҡыл.
Шунан, ике сәждәнән һуң,
Һин ултырып ҡал.

“Әт-тәхиәт” һәм “Салауат”
Уҡығанында
Кемдер һуҡ бармағын төбәй
Ҡибла яғына.

Намаҙ тамамлап, башыңды
Бор уңға-һулға,
Борған һайын сәләм бир һин:
“Әссәлә́мү ғәләйкүм үә рахмәтулла́һ”.

* * *
Ике рәкәғәт-өлөшлө
Намаҙың тамам.
Был – иртәнге, ә кискеһе
Өсәүле була.

Унда “Әт-тәхиәт”тән һуң
Тағы тораһың,
Һул ҡул өҫлө уң ҡулыңды
Тағы һалаһың.

Тағы – “Фатиха” һәм тағы –
Рөкүғ-сәждәләр,
“Әт-тәхиәт” һәм “Салауат”,
Шунан – сәләмдәр.

* * *
Төнгө, көндөҙгө намаҙҙар,
Кискә тиклемге –
Былар бер аҙ оҙонораҡ –
Дүрт рәкәғәтле.

Икегә икене ҡушһаң,
Һаның дүрт була:
Ике иртәнге намаҙҙай
Улар уҡыла.

Әммә сәләм биреп сығыу
Һәм дә “Салауат” –
Намаҙыңдың аҙағына
Былар ҡалалар.

(Шиғыр авторы – Булат Ғәбделкәрим)
Л.Хәйруллина фотоһы. 
Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: