Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иман
5 Июнь , 15:30

АЛЛАҺ ХӨКӨМӨ (Булған хәл)

Ошо осорҙа Ҡотдос өсөн бар ишектәр асылды. Көн төн йоҡламай һунар итте. Көнөнә иллешәр ҡоралай, мышы атам тип маҡтанып йөрөгән ул.

АЛЛАҺ ХӨКӨМӨ (Булған хәл)
АЛЛАҺ ХӨКӨМӨ (Булған хәл)

Ауылда Ҡотдос тигән аусы йәшәне. Әммә ғүмеренең аҙағы фажиғәле тамамланды: ғүмере йәшләй өҙөлдө. Кешеләргә мөғәләмәһе яҡшы булды, ярҙамсыл ине..   
Оло һәм Кесе Көйөргәҙе, Өйәҙе (әлеге Шайтан йылғаһы боронғо архивтарҙа шулай теркәлгән) буйҙарының матур аҡландары ҡурсаулыҡ итеп билдәләнде. Һунар, балыҡ тотоу, Ҡыҙыл китапҡа кергән шифалы үҫемлектәрҙе йыйыу тыйылды. Ҡондоҙ, байбаҡ, ҡоралай, ҡыр сусҡалары һәм башҡа төр ҡоштар һәм хайуандар ебәрелде. Һунар тыйылғас, улар күпләп үрсене.

Туҡһанынсы йылдарҙа законһыҙлыҡ ваҡыты башланды. Ошо осорҙа Ҡотдос өсөн бар ишектәр асылды. Көн төн йоҡламай һунар итте. Көнөнә иллешәр ҡоралай, мышы атам, тип маҡтанып йөрөгән ул. Улар нәҫелен бүре тип йөрөтәләр. Был ҡушамат берәй олаталарына, шул һунарсылыҡ оҫоллоғо өсөн бирелгәндер инде. Күргән кешеләр, Ҡотдос ҡыр йәнлектәренән кәбән өйөп ҡуя ла, Ырымбурҙан кемдәрҙер килеп алып китә, тип һөйләй ине. Хәл ысынында шулай булды. Затлы ризыҡтан, тауарҙан өҙөлмәне, уға күстәнәстәр муллап килде. Тәмле, сит ил эсемлектәре лә күпләп бирҙеләр. Тик бер көндө көтмәгәндә ғүмере өҙөлдө.

Ул ҡатынын ныҡ көнләште. Эсеп ҡайтһа көн күрһәтмәне. Балалары бар тип тормай, уны ныҡ ҡыйырһытты, хатта ҡул да күтәргеләне. Ҡыҙҙар араһында бер малай ҙа табып бирҙе ҡатыны. Ошо малай атаһының ғүмерен өҙҙө лә инде. Әсәһен туҡмай башлағас, улы атаһының мылтығын алып уға төҙәне лә: “- Тимә, әсәйгә!” – тип ҡысҡыра. Үҙе өйрәткәнгә, балаһының мылтыҡ менән эш итә белгәнен белһә лә, Ҡотдос бик иғтибар итмәй түпәләүен дауам итә,  атырына ышанмай. Эсеп ҡайтҡан атаһының һәр саҡ әсәһе йәберләүе маҙаһына тейгән малайҙың үсе эсенә йыйыла бара шул.   
”... Ни булһа ла булыр, үлмәҫ әле, башҡа әсәйҙе йәберләмәҫ” , - тип малай мылтыҡ тәтеһенә баҫа. Шартлау. Әсәһенә лә  йәҙрә бөркөлһә лә, аптырап та, албырғып та ҡала. Яраланған беләген яулығы менән бәйләп иренә ташлана. Ире йән биргән ине инде. Ни эшләргә белмәйҙәр.  Улы туғыҙынсыла уҡыһа ла, бала бит әле. Был хәл төнгө ун икеләрҙә була.
Ҡатын менән бала ҙур тоҡ табып, мәйетте үҙҙәре йәшәгән йорттоң подвалына төпкә йәшереп ҡуя ла, бер кемгә лә өндәшмәй. Һораған кешеләргә: ” Һунарҙа”,- тип кенә яуап бирәләр. Бер ай самаһы ваҡыт үткәс, мәйет еҫе тарала башлағас, халыҡ биләмә милицияһы вәкиленә мөрәжәғәт итә...
...Суд бәлиғәт йәшенә етмәгән баланы хөкүмгә тарттырмай. Закондарҙың бушаҡ булыуы ла ярҙам итте. Шулай уҡ Ҡотдостың бик оҫта "һунарсы" икәнен прокурор ҙа, судья ла белә ине. Үҙ-ара, Аллаһ хөкөм итте, тинеләр. Эште яптылар.

Авторы Азат Хәлилов.

 

 

АЛЛАҺ ХӨКӨМӨ (Булған хәл)
АЛЛАҺ ХӨКӨМӨ (Булған хәл)
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: