Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иман
26 Июнь , 08:17

Күңелдә үпкә йөрөтмәйек!

Һеҙ оҙаҡ үпкәләп йөрөйһегеҙме? Шулай оҡшаймы?

 Кемгәлер үпкәгеҙ булһа — кисерегеҙ, кемделер үпкәләтһегеҙ — ғәфү һорағыҙ һәм күңелегеҙҙә ауыр таш булып ятҡан тойғоларҙан ҡотолорһоғоҙ. Күңел тыныслығы — иң мөһиме!

Ҡабатлайым нисәнсе көн
Эстән генә:
- Был ғүмерҙәр, әйтерһең дә,
Өс көн генә...

Асыу тотоп йөрөү – гонаһ,
Кисерә бел,
Бөгөн әйтер үпкә һүҙен
Күсерә бел.

Осрашыуҙан-күрешеүҙән
Тороп ҡалма,
Хаталарыңды туҡтауһыҙ
Иҫкә алма.

Бәләкәй генә шатлыҡҡа
Һөйөнә бел,
Етешмәгән, етмәгәнде
Уйлама гел!

Ҡәҙерлә һәр көндө, - тимен
Эстән генә –
Был ғүмерҙәр, әйтерһең дә,
Өс көн генә...

Фирүзә Абдуллина.

Күңелдә үпкә йөрөтмәйек!
Күңелдә үпкә йөрөтмәйек!
Автор:
Читайте нас: