Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иман
27 Июнь , 17:24

Мин параллель донъя барлығын күрҙем

Хәҙер был донъянан башҡа икенсеһенең дә барлығын яҡшы беләм. Элек ошо хаҡта һөйләһәләр, әкиәт тип көлөп кенә ҡуя инем.

Юҡ, был һаташыу ҙа, төш тә булманы

Ҡапыл ҡан баҫымы күтәрелеп, дауаханаға эләктем. Кискә табан палатаға 50-55 йәштәрҙәге ҡатынды һалдылар. Һөйләшеп киттек.

Балалар, донъя хәлдәре тураһында һөйләшкәс, ҡапыл икенсе темаға күсте ул.

 - Бер ай элек ошонда дауаланып сыҡтым мин, -тип башланы ул әңгәмәне. 4-5 көн бер үҙем генә яттым, төн етһә, эй һаташтыра инде, йоҡлай алмай йонсойом. Анализдарым да яҡшырмай, йөрәк тағы ла нығыраҡ ауырта, реанимация бүлегенә күсерҙеләр хатта.

Шулай бер төн ғүмерем менән хушлаштым. Ҡапыл ҡайҙандыр ап-аҡ һын пәйҙә булды. Эйелеп йөҙөмә текәлгәнен һиҙәм, күҙем йомоҡ булһа ла, уның йөҙөндә күҙҙәр урынына бушлыҡ, шул бушлыҡҡа табан мине тартҡанын, һурғанын тоям. Ҡапыл тәнемә илаһи еңеллек инде лә, ҡайҙалыр осҡандай тойолдом. Дауахананың   яҡтыртыу лампалары тирәләй осам, ҡабул итеү бүлегенә аварияға осраған йәш егетте алып килеүҙәрен күрҙем. Белмәйем, фани донъяла бындай тиҙлек юҡтыр ул, йәшен тиҙлегендә  ҡайҙалыр осам ғына. Бер ниндәй йәлләү, ҡурҡыу, икеләнеү тойғоһо ла юҡ, шундай рәхәт.

Ҡапыл ҙур ғына ҡәберлек өҫтөндә туҡталдым.  Ҡаҙан һымаҡ соҡор тирәләй ут яна, уның төҫөн аңлата алмайым. Ҡайҙандыр шул утҡа имәнес заттар нимәләрҙелер ташлай, тегеләре шыуышып кире үрмәләргә, сығырға маташа. Илау-һыҡтау, ыңғырашыу, үкереү тауыштары ҡолаҡты яра. Бер аҙҙан теге көс артабан осорҙо ла сәскә-гөлдәр ҡаплаған урында туҡталдым. Бындағы  матурлыҡты тел менән тапшырыу мөмкин түгел: тыныслыҡ, яҡтылыҡ, тыныс ҡына уҡылған Ҡөрьән аяттары ишетелә. Ап-аҡтан кейенгән заттар бер төрлө йәштә, ҙурлыҡта. Ашығыу тигән нәмә юҡ, һәр кем нимә менәндер мәшғүл. Инде шул урынға төштөм тигәндә,  медсестраның фәрештә тауышы менән: “ Апай, үлеп терелдегеҙ бит... “, - тигән тауышынан аңыма килдем. 

Хәҙер мин был донъянан башҡа икенсеһенең дә барлығын яҡшы беләм. Элек ошо хаҡта һөйләһәләр, әкиәт тип көлөп кенә ҡуя инем.

Сәүиә ЕЙӘНСУРИНА.

Сорғот ҡалаһы.

Фото интернеттан.

Мин параллель донъя барлығын күрҙем
Мин параллель донъя барлығын күрҙем
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас: