Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иман
29 Июнь , 09:03

"ӘСӘЙ ЙӨРӘГЕ" МӘСЕТЕНДӘ ИСЕМ ҠУШЫУ ЙОЛАҺЫ ҮТТЕ. БЫНА ШУНДАЙ ХӘСӘНДӘР!

Ә һеҙҙә балаға исемде ҡайҙа ҡушалар?

Йома, 28 июндә, "Әсә йөрәге" мәсетендә йома намаҙы үтте. Вәғәз уҡылды, әрүәхтәргә бағышлап аят уҡылды. Йома сәйендә ауыл халҡы менән берлектә  балалар ҙа ҡатнашты. Ә иң ҡыуаныслы  яңылыҡ - Борис һәм Зилә Кәлимуллиндарҙың ҡыҙы Илзидә һәм кейәүҙәре Шамил яңы тыуған сабыйҙарына мәсеттә исем ҡуштырҙы! Иман йортонда үткән был сарала бәләкәскә Мәҙинә исемле бирелде һәм ата-әсәһенә тыуыу тураһында таныҡлыҡ тапшырылды. Матур башҡорт исемле  Мәҙинә бәхетле, тәуфиҡлы, итәғәтле, иманлы булып үҫһен! Туғандары, олатай-өләсәһенә, ата-әсәһенә, Мәҙинәгә һаулыҡ теләйбеҙ. Ошондай ҡыуаныстар булып торһон!

"ӘСӘЙ ЙӨРӘГЕ" МӘСЕТЕНДӘ ИСЕМ ҠУШЫУ ЙОЛАҺЫ ҮТТЕ. БЫНА ШУНДАЙ ХӘСӘНДӘР!
"ӘСӘЙ ЙӨРӘГЕ" МӘСЕТЕНДӘ ИСЕМ ҠУШЫУ ЙОЛАҺЫ ҮТТЕ. БЫНА ШУНДАЙ ХӘСӘНДӘР!
"ӘСӘЙ ЙӨРӘГЕ" МӘСЕТЕНДӘ ИСЕМ ҠУШЫУ ЙОЛАҺЫ ҮТТЕ. БЫНА ШУНДАЙ ХӘСӘНДӘР!
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас: