Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иман
30 Июнь , 10:59

Кешегә көнләшмә, ярарға ла тырышма!

Үҙең булып ҡал! Бәхетле, талантлылар менән донъя тулған бит ул...

"Бәхетле булғың килһә – бер ҡасан да кеше бәхетенә көнләшмә, балам! Көнсөл әҙәм бәхетле була алмай. Эсеңде ҡорт кимереп торғанда нисек бәхетле булаһың инде? Һин уйлама: ул ҡорт миндә генә икән тип, белгең килһә, ул бөтәһендә лә бар: кемдәлер ҙур, кемдәлер бәләкәй...

Тик аҡыллы кешеләр генә ул ҡортто еңә белә. Еңмәһәң, көнсөллөк эстән кимерә-кимерә үҙеңде ауырыуға әйләндерә, күңел тыныслығыңды урлай, йәшәү йәмен юҡ итә. Нисек еңергә тиһеңме? Үҙеңде башҡалар менән сағыштырма. Һинән матурыраҡ, һинән аҡыллыраҡ, һинән талантлыраҡ, һинән бәхетлерәк кешеләр менән донъя тулы. Ярыша башлаһаң – хәлең етмәҫ. Кеше тормошон күҙәтеп, кеше бәхетенә эсең янып, ғүмерең мәғәнәһеҙ үтеп киткәнен дә һиҙмәй ҡалырһың. Кеше бәхете – кеше итеге кеүек бит ул: матур, ҡупшы, әммә кейһәң – аяҡты өйкәй. Үҙ итектәреңдә атла тормош юлынан, балам." Шулай бит!?

https://rbsmi.ru/work/frontend/web/issue-map/update/2064758

Рәхимә Мусина.

Кешегә көнләшмә, ярарға ла тырышма!
Кешегә көнләшмә, ярарға ла тырышма!
Автор:
Читайте нас: