Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иман
5 Июль , 10:00

Бөгөн йома, туғаныңдың хәлен белдеңме???

Тормоштоң ҡатмарлы юлында туғандарыңа таян! Эйе-эйе!!!

Әллә ниҙәр булды араларға,
Һөйләшмәйбеҙ, хәл дә белмәйбеҙ.
Өй янынан уҙып барған саҡта,
Хәл белергә хатта кермәйбеҙ.

Ҡапыл ғына донъя үҙгәрҙе лә,
Сит-ят итте туған -туғанды.
Әллә кемдәр аша ишетәбеҙ,
Ғаиләһендә ниҙәр булғанды.

Күрше менән күптән дуҫлыҡ бөттө,
Ярар инде тибеҙ, түҙерлек.
Туған булып, туған аралашмай,
Ғәрлегеңдән йығылып үлерлек.

Һәр ҡайһыбыҙ хәҙер үҙе генә,
Туғанлыҡ тип йән дә атмайбыҙ.
Ауырлығы бар тип ишетһәк тә,
Ярҙам итәм тиеп сапмайбыҙ.

Һөйөнөсө булһа, шатланмайбыҙ,
Ярар тиеп, кенә уҙабыҙ.
Мәжлестәргә килгән кешеләрҙән
Туғанды ла хәҙер һыҙабыҙ.

Әллә донъя шулай үҙгәрҙеме,
Әллә байлыҡ ҡаплай күҙҙәрҙе?!
Оноттоҡ шул инде туған ғына
Яҡын кеше тигән һүҙҙәрҙе.

Өләсәйҙәр һәр саҡ әйтә ине:
Туғандан да яҡын булмаҫтыр.
Йәнәшәңдә дуҫтар күп булһа ла,
Туған кеүек кеше тыумаҫтыр.

Оноттоҡ шул өләсәйҙәр һүҙен,
Бер көн менән генә йәшәйбеҙ.
Һалҡындарҙа тәндәр генә түгел,
Күңел менән ахыры өшөйбөҙ.

Дуҫтар беҙгә хәҙер ҡәҙерлерәк,
Туғандарҙы иҫкә алмайбыҙ.
Иң яҡыны туған икәнлеген,
Ул юҡ булғас ҡына аңлайбыҙ.

Иҫән саҡта йышыраҡ аралашайыҡ,
Булмаһындар беҙҙең серебеҙ.
Араларға бейек кәртәләрҙе,
Ҡормайыҡ әле, әйҙә, үҙебеҙ.

Туған өсөн бергә һөйөнәйек,
Шатлыҡтарын бергә бүлешәйек.
Бер юғалтҡас, кире ҡайтыуҙар юҡ,
Иҫән саҡта күберәк күрешәйек.

Ауырлығын бергә күтәрәйек тә
Һағыштарын бергә таратайыҡ .
Туғандарҙы дошман күрмәй генә,
Бар булмышы менән яратайыҡ!!!
Гөлсәсәк Хафизуллина.

Бөгөн йома, туғаныңдың хәлен белдеңме???
Бөгөн йома, туғаныңдың хәлен белдеңме???
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас: