Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иман
5 Июль , 11:06

Үҙебеҙгә ҡарата бурыстарыбыҙ

Аллаһы Тәғәләнең юҡтан бар иткән тереклектәре араһында иң юғары затлыһы - кеше. Кешенең тәне, шул тәнендә күҙгә күренмәҫ рухы бар. Ислам диненең төп асылының береһе - кешенең тәнен төрлө сирҙән, зарарлы әйберҙән һаҡлау.

Үҙебеҙгә ҡарата бурыстарыбыҙ
Үҙебеҙгә ҡарата бурыстарыбыҙ

Аллаһы Тәғәләнең юҡтан бар иткән тереклектәре араһында иң юғары затлыһы - кеше. Кешенең тәне, шул тәнендә күҙгә күренмәҫ рухы бар. Ислам диненең төп асылының береһе - кешенең тәнен төрлө сирҙән, зарарлы әйберҙән һаҡлау. Әммә тән сәләмәтлеге генә кешене яҡшы итә алмай. Уға рух сәләмәтлеге лә кәрәк. «Аллаһ һеҙҙең тышҡы күренешегеҙгә ҡарамаҫ, ә булмышығыҙға, ҡалебегеҙгә ҡарар», —тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм.
Ҡалеб йөрәк үә күңел тигән мәғәнәлә. Тимәк, кешенең сәләмәт булмышы, рух сәләмәтлеге ҙур әһәмиәткә эйә. Уның мөһим бурыстарының береһе — рухты үҫтереү. Был иһә насар уйҙан, бүтәндәр тураһында насар фекерҙә булыуҙан һаҡланыу тигәнде аңлата.
Кешелә ике төрлө сир була, тип аңлата Ислам. Береһе - матди, икенсеһе - мәғәнәүи сир. Тәндәге матди сир күҙгә күренә, беленә. Тәнде матди сирҙән һаҡлау - үҙенә ҡарата бурысының береһе.
Мәғәнәүи сир күҙгә күренмәй. Ғәйбәт һөйләү, ялғанлау, яла яғыу хәйләкәрлек, алдашыу, кемде лә булһа мыҫҡыл итеү, көнләшеү тәкәбберлек, һаранлыҡ, ялҡаулыҡ ул - рухи ауырыу.
Пәйғәмбәребеҙ шулай тигән: «Ике көндө бер төрлө үткәргән кеше — отолошта». Ысын мәғәнәһендәге мосолман һәр көн камиллашыу юлында, насар ғәҙәттән, етеш­һеҙлектәрҙән арыныу йүнәлешендә хәрәкәт итеүсе булырға тейеш. Ундай кеше абруйлы була, һүҙенә башҡалар ҡолаҡ һала.
Үҙен үҙе тәрбиәләгән кеше — үҙенә ҡарата әхлаҡи бурыстарын теүәл үтәгән кеше.
Дини календарҙан.

Үҙебеҙгә ҡарата бурыстарыбыҙ
Үҙебеҙгә ҡарата бурыстарыбыҙ
Автор:Лилия Арсланова
Читайте нас: