Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иман
12 Июль , 11:17

Иманда ихласлыҡ

«Һәр эш ниәтенә бәйле», — тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм. Был хәҙистең өс кеше тарафынан риүәйәт ителеүе билдәле:

Иманда ихласлыҡ
Иманда ихласлыҡ

«Һәр эш ниәтенә бәйле», — тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм. Был хәҙистең өс кеше тарафынан риүәйәт ителеүе билдәле: Ғүмәр ибн Әл-Хаттабта ул: «һәр кемдең эше ниәтенә ҡарап йөрөй» — тип бирелә. Ғәйшә инәбеҙҙән тапшырылған риүәйәттә: «Беҙҙең эшебеҙгә — дингә — тап килмәгән ғәмәлдәр ҡабул ителмәй, кире ҡағыла», — тип, Ноғман Бәшәрҙә: «Рөхсәт ителгәндәр ҙә, тыйылғандар ҙа асыҡ билдәле», — тип бирелә.
«Аллаһ ризалығы өсөн тип эшләнгән һәр нәмә — был урында үҙеңдең хәләл ефетеңә ҡаптырған икмәк һынығы өсөн дә һин уның әжерен аласаҡһың», — тип әйтелә хәҙистәрҙең береһендә.
Теге йәки был эште, ғәмәлде бойомға ашырған ваҡытта ихлас булырға кәрәклеге хаҡында пәйғәмбәребеҙҙең хәтеренә төшөрөп, Аллаһ өйрәтә: «Әйт, ти, мин дә һеҙҙең кеүек кешемен. Тик миңә һеҙҙең Раббығыҙ — берҙән-бер Аллаһ! — тип үәхи килде. Уҙенең Раббыһы менән осрашыуҙы өмөт иткән кеше игелекле эштәр эшләһен һәм бер кемде лә Аллаһҡа тиңдәш тотмаһын», ти. «Әл-Кэһәф» (Мәмерйә) сүрәһе, 110-сы аят.
Кешеләрҙең бер-береһе менән йәшереп кенә әңгәмә ҡорған урында яуызлыҡ көсәйә. Әгәр ҙә инде уларҙың сер итеп һөйләшкәндәре яман эштәрҙән тыйып, яҡшы эштәргә өндәү, мохтаждарға хәйер-саҙаҡа өләшеү, кешеләрҙе үҙ-ара килештереү кеүек игелекле эштәр тураһында булһа, был һөйләшеүҙәр - игелекле, инде улар Аллаһ ризалығы өсөн тип тә эшләнһә, уларға тейешле әжере лә буласаҡ». «Ән-Ниса» (Ҡатындар) сүрәһе, 114-се аят.

Иманда ихласлыҡ
Иманда ихласлыҡ
Автор:Лилия Арсланова
Читайте нас: