Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иман
14 Июль , 07:48

Ошо әллә дөрөҫме икән?

ШӘМИҒОЛ ХӘЛФӘ (1876-1957) һөйләгәндәре, әйткәндәре. Уҡып сығығыҙ әле, бөгөнгөбөҙгә тура килә түгелме?

Ахыры заман етер алдынан дин көсәйер, әҙәм балаһы тәбиғәт ғәрәсәттәрен күреп, ҡурҡып, Аллаға табыныр, ләкин сығырынан сығып шашынған халыҡтың ҡыланышын һис тә кисерә алмау сәбәпле, фажиғә артынан фажиғә килер, ер тетрәр, һыу баҫыр, ҡоролоҡтар миңкетер, ҡош- ҡорт, йәнлектәр бөтөр, кеше кешене һуйыр, ата — улды, әсә ҡыҙҙы белмәй, зина ҡылыр мәл етәсәк. Кешеләр меңәр саҡырымдарға һыу эҙләп юлға сығыр. Хайуандар, кешеләр һыуға сарсар. Тормоштоң йәме бөтөр. Ашар ризыҡтың тәме, бәрәкәте булмаҫ. Ҡатын-ҡыҙҙы ир-аттан айырып булмаҫ, тормош ҡороу өсөн ҡатын-ҡыҙ ирҙәргә үҙе яусы ебәрер. Илдә ҡот бөтөр, гүзәл заттар яланғас йөрөр, төтөн һурыр, зәғифлек артыр, балаларҙы урамға ташлап ҡалдырырҙар. Был боҙоҡлоҡтарҙың барыһын да Аллаһы Тәғәлә халыҡты тәүбәгә ҡайтһын өсөн бирә. Ә халыҡ аңламай, байлыҡ артынан шашып- ҡыуып, ахырызаманды үҙҙәре яҡынайта. Ер түңкәрелеүе лә — ысынбарлыҡ, ер өҫтөн ҡара төн ҡаплап, бөтә тереклек, тәбиғәт туңасаҡ. Көтмәгән урында ер ризаһыҙлыҡ белдереп, тетрәйәсәк. Йылғалар ярҙарынан сығып, халыҡтан әҙәпһеҙлектәре өсөн үс аласаҡ. Былар бөтәһе лә Алланың берлегенә, ҡөҙрәтенә ышанмаған иблестәргә иҫкәртеү буласаҡ.ШӘМИҒОЛ ХӘЛФӘ [ысын исеме Бикбаев Шәмиғол Бәҙретдин улы; 1876, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Сәйетҡол а. (БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны) — 1957, шунда уҡ], дин әһеле. Нәҡшбәндиә тәриҡәте ағзаһы. Бохара ҡ. мәҙрәсәһендә уҡыған. Дауалау эше м‑н шөғөлләнгән, әүлиә булараҡ танылыу алған. Хажға барған. З.Х.Рәсүлев, М.Сиражетдинов м‑н таныш булған.Шәмиғул Хәлфә 20 се быуатта йәшәгән әулиә әйткән прессказаниялары бөтөһе лә сбылись хәҙерге заманда.
 
ЛИРА ЯҠШЫБАЕВА сәхибәһенән.
Ошо әллә дөрөҫме икән?
Ошо әллә дөрөҫме икән?
Автор:
Читайте нас: