ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иман
26 Июль , 07:45

ҒАИЛӘ СЕРҘӘРЕ

Ир менән ҡатын шәхси тормошондағы һәр нәмәне сер итеп һаҡларға бурыслы.

ҒАИЛӘ  СЕРҘӘРЕ
ҒАИЛӘ СЕРҘӘРЕ

«Әҙәпле ҡатындар Аллаһҡа һәм ирҙәренә итәғәт итә. Малдарын да, үҙҙәрен дә Аллаһ һаҡлауы менән һаҡлай һәм һис бер хыянатҡа бармай улар». «Ән-Ниса» (Ҡатындар) сүрәһе, 34-се аят.
Ир менән ҡатын шәхси тормошондағы һәр нәмәне сер итеп һаҡларға бурыслы. Ғаилә серҙәре сит кешеләргә мәғлүм бу­лыр­ға тейеш түгел.
Мөхәммәт пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм, шулай тигән: «Кешеләр өсөн уҫал булған бәндә, әйтәйек, йә берәй ир кеше, ҡатындар янына үтеп инеп, йә берәй ҡатын кеше, ир янына үтеп инеп, уларҙың серҙәрен таратһа, ундай кеше Ҡиәмәт көнөндә Аллаһ ҡаршыһына (яуап бирергә) баҫыр», — тигән. Артабан: «Кем дә кем ғаиләһенә инеп-сығып йөрөгәндә ишекте ябыуҙы онотоп, ғаиләһе менән ни ҡылғанын һөйләһә, ул кеше хәрәм эш ҡыла», — тигән Мөхәммәт, ғәләйһис-сәләм.
Ғаилә серен уңға-һулға таратыу, хатта яҡын туғаныңа һөйләү насар. Киреһенсә, ғаиләгә зыян ғына килтерә. Ғаилә сере тигәндә, иң беренсе нәүбәттә ир менән ҡатыңдың үҙ-ара мөнәсәбәттәре, бөр-береһенең хәле, ҡеүәте һәм башҡа нескәлектәре күҙҙә тотола.
Һәр кемдең шәхси тормошо, ғаиләләге хәле ят кешеләр, күрше-күләндәр, туған-тыу­масалар, дуҫ-иштәр өсөн билдәле булыуы һис мөмкин түгел сер итеп һаҡланырға тейеш.
Дини календарҙан.

ҒАИЛӘ  СЕРҘӘРЕ
ҒАИЛӘ СЕРҘӘРЕ
Автор:Лилия Арсланова
Читайте нас: