Конгэк
-1 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иман
7 Август , 11:55

АПТЫРАҒАН ҠАТЫН...АБЫШҠАҺЫН АТАЙ ТИЕР

Хаҡ һүҙҙәрме? Уҡып сығығыҙ әле.

АПТЫРАҒАН ҠАТЫН...АБЫШҠАҺЫН АТАЙ ТИЕР
АПТЫРАҒАН ҠАТЫН...АБЫШҠАҺЫН АТАЙ ТИЕР

Абынған һөрөнгәндән көлә.
Ағас башын ел бутай, әҙәм башын тел бутай.
Ағас күрке – япраҡ, әҙәм күрке – сепрәк.
Ағасына ҡарата балтаһы.
Ағыу менән дарыу бер заттан.
Аҙыҡлы ат арымаҫ.
Аҙыҡ мулда бисмилла артын ҡыҫа.
Айһыҙ атты, йылһыҙ ҡатынды маҡтама.
Айыуҙы ла бейергә өйрәтәләр.
Айыу сәмләнһә, ҡоралайҙы баҫтырыр.
Ай яҡтыһы ҡауыштырмаҫ, ҡояш нуры ҡыуандырмаҫ.
Аҡты ҡарайтыуы еңел.
Аҡһаҡ ултырмаҫ, һаҡау тик тормаҫ.
Аҡыл – алтын.
Аҡыллыға ым да етә. (Аҡыллыға – ишара.)
Аҡыллы уйлап ултырғансы, иҫәр эшен бөтөргән.
Аҡылһыҙ аҡырып алдырыр.
Аҡылыңды өскә бүл: берен һөйлә, икеһе эстә торһон.
Аҡ эт бәләһе ҡара эткә.
Алаһы ла, ҡолаһы ла – замана балаһы.
Алғанға алты ла аҙ, биргәнгә биш тә күп.
Алғанда – бисмилла, биргәндә - әстәғәфирулла.
Алдыңдаң артың яҡшы.
Алйот юлдаш булмаҫ, ишәк моңдаш булмаҫ.
Алтыла баш булмаған, алтмышта ла йәш булыр.
Алтын-көмөш яуған ерҙән, тыуған-үҫкән ил яҡшы.
Алыҫтағы дошмандан аңдып йөрөгән дуҫ яман.
Алыш-биреш – артҡа тибеш.
Аптыраған ҡатын абышҡаһын атай тигән.
Аралар тыныс булһа, ғаилә ҡорос була.
Арғы яҡта алабай, бирге яҡта ялағай.
Арҡандың оҙоно, һүҙҙең ҡыҫҡаһы яҡшы.
Арыш сәсһәң – көлгә сәс, бойҙай сәсһәң – боҙға сәс.
Ас кешенән хас кеше яман.
Астың күҙе икмәктә, туҡтың күҙе хикмәттә.
Ас хәлен туҡ белмәй.
Асыҡ та тишек, тәҙрә лә ишек.
Асыу башы – йүләрлек, аҙағы – үкенеп үләрлек.
Аҫтындағын алты ай эҙләгән.
Аҫтыртын эт өрмәй тешләй.
Аҫыл һөйәк ҙур булмаҫ, ҡайҙа барһа – хур булмаҫ.
Атай булмай, атайың ҡәҙерен белмәҫһең.
Ат алһаң, арба кәрәк: ҡатын алһаң, барыһы ла кәрәк.
Атаһы болан алмағандың балаһы ҡолан алмаҫ.
Атаһы ғәйрәтле булһа, улы ғибрәтле булыр.
Атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән – тун бескән.
Ат аяғына ат баҫмай.
Ат бирһәң – үлер, тун бирһәң – туҙыр, ә яҡшылыҡ барыһын да уҙыр.
Ат кешнәшеп, кеше һөйләшеп таныша.
Атҡа менгәс, атаһын танымаған.
Атмаған ҡуян, аҫмаған ҡаҙан.
Атта ла бар, тәртәлә лә бар.
Аттан ала ла, ҡола ла тыуа.
Аттан төшөп, ишәккә атланмайҙар.
Ат тартмаһа, арба бармай.
Ат – тешенән, егет эшенән билдәле.
Аттың дилбегәһе кемдә - барыр юлы шунда.
Атына ҡарама, затына ҡара.
Атын урлатҡас, һарайын бикләгән.
Ауыҙы бешкән өрөп эсер.
Ауыҙын асһа, үпкәһе күренә.
Ауыртҡан ерҙән ҡул китмәй.
Ауырыу китһә лә, ғәҙәт китмәй.
Ауырыу хәлен һау белмәҫ. (Ас хәлен туҡ белмәй.)
Ахмаҡ дуҫтан аҡыллы дошман артыҡ.
Ашаған белмәй, тураған белә. (Ҡапҡан белмәй, тапҡан белә.)
Ашаған табағыңа төкөрмә.
Ашап туймағанды ялап туймаҫһың.
Аш атҡанға таш атма.
Аш – ашҡа, урыны башҡа.
Аштың майы, һүҙҙең яйы була.
Аштың тәме хужанан.
Ашың булмаһа ла, ҡашың булһын (Ашыңды биргәс, ҡашыңды йыйырма).
Аш янында ат һымаҡ, эш янында эт һымаҡ.
Аяҡ-ҡулың өҙөлһә лә, өмөтөң өҙөлмәһен.

Автор фотоһы. 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: