"Бисмилләһир рахмәнир рахим. Үә йәшфи судуура ҡаумим-муъминиинә үә йузһиб ғайҙа ҡулүбиһим".
Шуға ҡушып ошо доға уҡылыр:
"Аллаһүммә Раббән-нәәс, әҙһибил бәъс, үәшфи әнтәш-шәәфи ләә шифәә-ән илләә шифәә үкә шифә-ән ләә йүғаадирү сәҡамән".
(Ауырыған саҡтарҙа миңә Аллаһ Тәғәлә шифа бирер. Аллаһым! Эй, инсандарҙың Раббыһы! Сирҙәрҙе кире алыусы һәм ауырыуҙы бөтөрөүсе шифаңды бир. Мине сәләмәтләндереүсе бары тик Аллаһ. Һинән башҡа миңә еңеллек килтереүсе бер кем юҡ. Аллаһым! Бер ҡолоңа дауа бирсе.)
"Йуныс" сүрәһе 57-се аят: «Бисмилләәһир рахмәнир рахим. Йә әййүһәннәәсү ҡад жә әткүм мәүғиҙәтүн мин Раббикум үә шифәә*ү лимәә фиссудуури үә һүдән үә рәхмәтәллил-мүъминиин.»
(Эй, бәндәләр! Инде һеҙгә Раббығыҙҙан (Аллаһ Тәғәләнән) бер нәсихәт һәм йөрәктәргә һалынған ауырлыҡтарға бер шифа, мөьмин- мөьминәләр өсөн бер һиҙәйәт һәм рәхмәт килгәндер.)
"Исра" сүрәһе 82-се аят: «Бисмилләәһир рахмәнир рахим. Үә нүнәззилү минәл-Ҡуръәни мә һуүә шифәүн үә рахмәтуллиль-мүъминиин».
(Беҙ «Ҡөръән» дә мөьминдәргә шифа һәм рәхмәт булған аяттарҙы индерәбеҙ).
"Шуғара" сүрәһе 80-се аят: «Бисмилләәһир рахмәнир рахиим. Үә иҙә мәридту фәһүә йәшфиин».
(Ауырған ваҡыттарҙа миңә Аллаһ Тәғәлә шифа бирер).
"Фуссиләт" сүрәһе 44-се аят: «Бисмилләәһир рахмәәниир рахиим. Ҡуль һүүә лилләәҙиинә әмәнүү һүдән үә шифәә».
(Әйт шулай, Ул (Ҡөрьән аяттары) инанғандарға һиҙәйәт һәм шифалыр.)
"Аллааһүммә Раббәннәәси әҙһибил-бәъсә ишфи әнтәшшәәфи ләә шифәәъән илләә шифәә үк. Шифәә ’ән ләә йүғадиру сәҡамән. Аллааһүммә ишфи ғәбдәкә йәнкә ләкә ғәдүүән әү йәмшии ләкә иләә саләәһ."
(Аллаһ Тәғәлә! Эй, инсандарҙың Раббыһы! Ауырыуҙарҙы юҡ итеүсе! Ауырыуҙарҙы бөтөрөүсе Аллаһ шифа бир. Шифа биргән бары тик Һинән генә. Һинән башҡа сәләмәтлек бирәсәк бер кем дә юҡ. Аллаһым! Ошо ҡолыңа шифа бирсе, Һинең ризалығыңды ҡаҙаныу өсөн намаҙ ҡылһын).
"Бисмилләәһи әрҡыыкә мин кулли шәй'ин йүъҙиикә мин шәрри күлли нәфсин әү ғәйнин хәәсид. Аллааһүммә йәшфиикә, бисмилләәһи әрҡыыкә”.
(һиңә ҡайғы, язаланыу биргән һәр көнләшкән нәфестән йәки күҙ теүеүҙән Аллаһ Тәғәлә исеме менән һиңә сәләмәтлек теләйем. Аллаһ Тәғәлә һиңә шифа бирһен. Аллаһ Тәғәлә исеме менән һиңә һаулыҡ теләйем).
Шуны белергә кәрәк, дарыу эсһәк тә, өшкөрһәк тә шифаны бары тик Аллаһ Тәғәлә генә бирә. Унан һорарға кәрәк. Дарыу эсеп, — беҙ шифаланабыҙ. Ләкин ауырыуҙы ла, шифаны ла Аллаһ Тәғәлә биргәнең һис иҫтән сығарырға ярамай. Дарыу эсер алдынан:
“Бисмилләәһиш-шәәфи һүаллааһ”.
(Аллаһ исеме менән, Ул беҙҙе шифаландыра.) Дарыуҙы эскәс:
“Әлхәмдү лилләһ”,
— тип әйтелә, һуңынан өс ҡабат «Бисмилләһир рахмаанир-рахиим» тип өс ҡабат әйтелә лә:
"Әғүүҙү биғиззәтилләәһи үә ҡудратиһи мин шәрри мәә әжидү үә үхәәҙир".
(Ауыртҡан урынға ҡулды ҡуйып, «Бисмиллә»- не өс тапҡыр әйтеп: Үҙемә килеп юлыҡҡан яуызлыҡ һәм әрнеүҙәрҙән ҡасып, Аллаһтың бөйөклөгөнә, көс-ҡөҙрәтенә һыйынам тип был доғаны ете тапҡыр уҡырға. Һуңынан:
“Әҙһибиль-бәъс Раббән-нәәс, үәшфи әнтәшшәәфии, ләә шифәәъә илләә шифәәъүкә шифәәъән ләә юғаадиру сәҡаман”.
(Эй кешеләр Раббыһы! Һыҙланыуҙарҙы бөтөр, Шифаландыр, ысындан да һин шифа- Биреүсе, һинән башҡа шифа Биреүсе юҡ. Бар ауырыуҙар ҙа һинән шифаланмай ҡалмаҫ.) ете тапҡыр уҡылыр.
"Шоңҡар" журналы сайтынан.