Милли кейем көнө айҡанлы "Көнгәк" гәзите редакцияһында асыҡ ишектәр көнө ойошторолдо. Ағинәйҙәребеҙ милли костюмдарын кейеп, биҙәүестәрен тағып килеп ингәс, эш урыныбыҙға ҡот ҡунып, йәмләнеп китте.
Улар бер-береһе менән аралашырға ла, журналистарға үҙҙәрен борсоған һорауҙарын бирергә лә, гәзиткә яҙылырға ла өлгөрҙө. Изге күңелле инәй-апайҙар ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә һалдаттарға ярҙам йыйыу цехында маскировка селтәре үрҙе. Юлдаштар яуҙағыларға ебәрер өсөн тупланған кәрәкле әйберҙәр килтергәйне.
Сараға килгәндәр командаларға бүленеп, «Әлләсе...» уйынында ҡатнашты. Юлдаш һәм Смаҡ ағинәйҙәре араһындағы уйын бик әүҙем һәм мауыҡтырғыс булды. Ҡыҙрайҙар һәм «Көнгәк» гәзите журналистары үҙ белемен команда-ара ярышта һынаны.
Командалар алдына Башҡортостан картаһы һалынды. Уйында ҡатнашыусылар уның буйлап һорауҙарға яуап эҙләй-эҙләй үтте.
«Әлләсе...» нең төп шарты - бер минут эсендә ҡағыҙ битендә яҙылған һүҙҙең мәғәнәһен үҙ команда ағзаларына аңлатыу ине. Тәү ҡарамаҡҡа ғына ябай күренгән уйында ҡатнашыусылар төрлө ҡатмарлы һынауҙар аша үтте. Уларға һүҙҙең мәғәнәһен төрлө ым-ишара менән аңлатырға тура килде. Команда-ара ярыш ҡыҙыу барҙы. Дүрт команда ла белемле, әүҙем һәм сәмле ине! Ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс аҡыл «көрәш»е барыһына ла оҡшаны.
Уйын һуңында уның алып барыусыһы, Смаҡ ауылы ағинәйе Кинйәбикә Юлмөхәмәтова ҡатнашыусыларға иҫтәлекле бүләктәр таратты. Күмәкләшеп иҫтәлеккә фотоға төшөү менән тамамланған матур сара һәр кемдең күңелендә онотолмаҫлыҡ тәьҫорат ҡалдырҙы.
Уйында кем еңеү яуланы икән тип уйлайһығыҙмы? Унда дуҫлыҡ еңде!
Л.Хәйруллина фотолары.