Район ауылдарында иман йорттары ҡалҡа. Аптраҡ ауылында ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төҙөлгән мәсет манараһына ай урынлаштырылды.
Бөгөн мәсеттең эске эштәрен тиҙерәк тамамлау теләге менән йәшәй улар. Ҡулдарынын килә, һүҙен эш менән дәлилләй беләләр - тырыш, сәмле, берҙәмлектәре менән ҡаршылыҡты еңеп өйрәнгән халыҡ йәшәй был төбәктә. Шулай булмаһа, ҡыҫҡа ваҡыт арауығында мөһабәт бинаны күтәреү мөмкин булыр инеме?! Эште башлап, ойоштороп йөрөүсе ауыл старостаһы Сәлих Хисмәтуллин, Ғәйнулла хәҙрәт Яппаров, ауыл халҡының һәр береһенә, махсус хәрби операция биләмәһенән аҡсалата ярҙам күрһәткән Илдар Шәйхин, Илмир Юлтимеров, Артур Щеглов, Айнур Вәлитов, урындағы фермерҙарға, ошонда тыуып ситтә йәшәгән эшҡыуарҙарға һәм башҡаларға ихлас рәхмәтен белдерә аптраҡтар. Ошо уҡ көндө ауылдың оло йәштәгеләренә байрам табыны ойошторолдо.