Конгэк
-2 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иман
3 Октябрь , 10:27

Бөгөн Бөтә донъя айыҡлыҡ көнө

Фани донъя рәхәтлеге - һаулыҡта. Ә һау булыу өсөн сәләмәт тормош алып барырға кәрәк. Шулай бит!?

Был дата  сиктәрендә генә түгел, йыл дауамында  районда сәләмәт тормошто пропагандалау буйынса йүнәлешле эш алып барыла. Мәктәпкәсә тәрбиә һәм белем биреү учреждениелары, мәктәп, уҡыу йорттары, предприятиеларҙа айыҡ йәшәү өҫтөнлөктәрен аңлатҡан төрлө саралар даими уҙғарыла. Улар  Башҡортостан Республикаһы Башлығы фонды гранттары “Айыҡ ауыл” – конкурсынан баш ала.  Йыл да унда ҡатнашҡан муниципалитеттарҙа был йәһәттән маҡсатлы эш ойошторола.  Конкурс ике этаптан тора. Беренсеһендә муниципалитеттар алколголизмды иҫкәртеү, сәләмәт йәшәүҙе пропагандалау, төрлө саралар ойоштороу  буйынса юғары балл йыйған ауыл биләмәләрен билдәләй. Икенсе этапта еңеүселәр республика кимәлендә ярыша.

 “Айыҡ ауыл ” конкурсының беренсе этабында быйыл райондың 16 ауыл биләмәһе ҡатнашырға ҡарар итеп байтаҡ саралар уҙғарҙы.  Ергән күп функциялы  клубында “Асыҡ ишектәр көнө” үтте. Унда үҫеп килеүсе быуын менән өлгөлө ғаиләләр тураһында  йөкмәткеле әңгәмә, музейға сәйәхәт, түшелдерек эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үтте.

Троицкий ауыл халҡы  сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау маҡсатында ғаилә менән “Көҙгө кросс” та ҡатнашты. Ата-әсәләр йыйылышында  фельдшер Альбина Салауатова йыйылыусылар алдында иҫеркес эсемлектең организмға зарары, уға бәйле ауырыуҙар тураһында сығыш яһаны. Һыртланда ауыл йәштәре араһында волейбол ярышы ойошторолдо. Ҡаран ауылында махсус хәрби операциялағылар өсөн маскировкалау селтәре үреү,  экологик өмә, “Самауыр көнө” һымаҡ саралар уҙҙы. Китапахана хеҙмәткәрҙәре иҫеркес эсемлек зарары тураһында фильм күрһәтте. Азамат хәҙрәт Булатов ошо темаға дини күҙлектән байҡау яһаны.

Богородский  ауылында китапхана һәм мәҙәниәт белгестәре фермер хужалығы хеҙмәткәрҙәре алдында айыҡлыҡ тураһында сығыш яһап, мәғлүмәти брошюралар таратты.

Смаҡ, Арыҫлан ауылдарында ла ошондай саралар даими уҙа. “Айыҡлыҡ - тормош талабы” тип йәшәгән ауыл халҡы уның мөһимлеген яҡшы аңлай.

Бөтә донъя айыҡлыҡ көнөндә  уҙған саралар ҙа ошоға дәлил.

Бөгөн Бөтә донъя айыҡлыҡ көнө
Бөгөн Бөтә донъя айыҡлыҡ көнө
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас: