Конгэк
-1 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иман
12 Октябрь , 08:32

Ҡартлыҡ бәхете бир, Хоҙайым...

Фанилыҡта иң ҙур байлыҡ - һаулыҡ, иман, ә бәхет – яҡындарың эргәһендә күңел тыныслығы табып йәшәүҙәлер ул...

- Әсәйемдең 90 йәшен туйланыҡ. Күмәкләп гәзит аша ҡотланыҡ, телевидениеға заказ биреп йыр ҙа бүләк иттек, - тине яңыраҡ бер таныш апай. Уның һөйләгәндәрен хатта әҙ генә көнләшеү тойғоһо менән тыңлап торҙом. -Бәхетле икән әсәйегеҙ! – тинем, һоҡланыуымды йәшермәй. -Эйе, бәхетле... Һигеҙ бала үҫтерҙе. Атай һуғыш ветераны ине. Яугир ҡатыны булараҡ, өр- яңы йорттан ике бүлмәле фатир алды... -Һигеҙ бала... Яуҙан йән-тәне яраланып ҡайтҡан ир... Еңел дә булмағандыр инде әсәйегеҙгә. Исмаһам, хәҙер рәхәтләнеп йәшәһен әйҙә, - тип ҡуйҙым. - Эй... оҙон ғүмер биреүен бирҙе, тик тыныс ҡартлыҡ бирмәне шул Аллаһы тәғәлә. Танышым ҡапыл күҙ йәштәренә ирек биреп, илай башланы. Аптырап, уны нисек тынысландырырға ла белмәнем. Күрәһең, эсенә йыйылған көйөктө сығармайынса түҙерлеге ҡалмағандыр, ул илай-илай артабан һөйләй бирҙе: - Ҡартайып бөткән ике улы рәхәт йәшәргә бирмәй. Ҡатындарынан ҡыуылып ҡайттылар ҙа, үҙ әсәләренең тормошон тамуҡҡа әйләндерҙеләр. Белгәндәре - эсеү ҙә, һүгенеү, йоҙроҡ төйөп һуғышыу. Ҡыҙҙары, әсәйҙе йәлләп, үҙебеҙгә йәшәргә саҡырып ҡарайбыҙ ҙа ул. Килеп бер-ике көн тора ла, өйөмә ҡайтам тип ала ла китә. Ҡаңғырып йәшәй ҡартлас малайҙары менән, ашата, тәрбиәләй. Тегеләре көн -төн ашарға, эсергә таптыралар. Бер тынғылыҡ юҡ бахырҡайға. Олоғайғас та донъя рәхәте күрмәне, тип йөрәктәребеҙ әрней... Был һүҙҙәргә ҡаршы ни әйтәһең? Әсә йөрәгенең ҡояштай йомарт, күңеленең даръялай киң булыуы ошолор инде. Бер риүәйәттә әйтелә бит: үлем түшәгендә ятҡан әсәһен тауға алып барып ташларға уйлаған улы тайып йығылмаһын өсөн дә хафалана әсә... Әсә ғүмере мәңгелек түгеллеген ниңә уйламай икән сәстәре салланып бөткән “балалар”? Һуң булмаҫ элек, әсәйҙәре тере саҡта тәүбәгә килһендәр ине! Үҙенең йәшлеген биреп, ғүмер бүләк итеп, бөтә көсөн түгеп үҫтергән балаларҙың күңел йылыһына күмелеп, ҡәҙер-хөрмәтендә ҡойоноп, яҡшы һүҙ ишетеп ҡыуанып ҡына ултырырға тейеш түгелме ни олоғайған әсә... Нимә һуң ул бәхет, ҡартлыҡ бәхете? Нимәлә уның асылы? Бәхетле булыр өсөн нимә эшләргә, нисек йәшәргә? Ҙур пенсия аҡсаһында һәм йылы, матур фатир алыуҙа ғына түгел икән шул бәхет асҡысы. Фанилыҡта иң ҙур байлыҡ - һаулыҡ, иман, ә бәхет – яҡындарың эргәһендә күңел тыныслығы табып йәшәүҙәлер ул... Ҡарт әсә ошо бәхеттең бер тамсыһын ғына булһа ла татып өлгөрһә ине...

Автор Л. Ғәниева (Интернеттан)

Ҡартлыҡ бәхете бир, Хоҙайым...
Ҡартлыҡ бәхете бир, Хоҙайым...
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас: