Конгэк
+1 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иман
18 Октябрь , 07:23

Атайым төшөмә инде

Бөгөн йома. Мәсеткә барып хәйер бирәйек, әруахтар рухы шатланһын!

Төштәремдә тәҙрә ҡаға атай,
Ҡолағыма ниҙер шыбырлай.
Төшмө, әллә өнмө аңлай алмай,
Тик ҡурҡыуҙан тәнем зымбырлай.

Ҡурҡма балам,һөйләш минең менән,
Был бит ҡыҙым һинең атайың.
Буталам да,йоҡоларым менән
Һаман бер ни аңлай алмайым.

"Һаумы ҡыҙым"-тине, тыныс итеп
Хәлдәреңде килдем белергә.
Төштәреңә генә булһа инеп,
Бәхет, һаулыҡ һиңә теләргә.

Теләне лә һаулыҡ, бәхет миңә
Һауаларға инеп юғалды.
Ай,йондоҙҙар араһынан ҡарап
Оҙон ғүмер миңә юраны.

Һағынғанда төштәремә,атай,
Керһәң ине, шулай йышыраҡ
Һағыныуҙан туңып өшөгәндә,
Йәндәремә була йылыраҡ.
Атайым төшөмә инде
Атайым төшөмә инде
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас: