Әйтеү генә рәхәт:
— Рәхмәтле бул!
Ҡушыу ғына еңел:
— Кисер һин!
Белмәйҙәрме, кисерәм, тип кеше
Ете диңгеҙҙәрен кисерен?
Ете даръяларҙың тулҡындары
Ябырылһа тороп сиратҡа,
Асыу бурандары, үпкә еле
Күҙ йәштәрен билгә уратһа...
Төптәренә тартһа рәнйеш күле,
Һулҡылдаһа йөрәк шишмәһе,
Нисек тын торорға йән әсеүе
Ғәзиземә, тиеп, төшмәһен?
Әйтеү генә рәхәт:
— Рәхмәтле бул!
Кисер, тиеп,
Килгән йәберҙе.
Рәнйеүҙәрҙе күмеп ҡуйырға, тип
Эй ҡаҙамын тәрән ҡәберҙе.
Әммә йәнә тулҡын-тулҡын килеп
Диңгеҙ йыуа ҡаҙғанғынамды.
Тоя микән әллә үлә яҙып
Бер рәхмәтте ҡыҙғанғанымды?
Яуызыма рәхмәт, ялмауыҙға,
Бер рәхмәт тип яман ауыҙға...
Әйтеү генә рәхәт, тик шулай ҙа
Бик арығас батып диңгеҙгә,
Әйләнәһең икән үҙеңде еңеп
Кисереүсегә, һуҡыр тинһеҙ ҙә.
Әйләнәһең икән бата-сума
Тулҡындарҙан бейек, тиңһеҙгә.
Шул батырлыҡ бер көн килһен, тиеп
Ихлас теләйемдер мин һеҙгә!
(Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА)
+2 °С
Болотло