Конгэк
0 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иман
7 Ноябрь , 09:35

Төрлө эслекле бәлеш өсөн ҡамыр

Ябай ғына рецепт: 

Төрлө эслекле бәлеш өсөн ҡамыр
Төрлө эслекле бәлеш өсөн ҡамыр

- бер сынаяҡ йылы һыу
- бер йомортҡа
- ярты сынаяҡтай көнбағыш майы
- самалап шәкәр, тоҙ
- бер сәй ҡалағылай сүпрә
- он
- ванилин
Баҫҡас ҡамырҙы сәғәт самаһылай ҡабартып алабыҙ ҙа бик йоҡа итеп йәйәбеҙ. Бик тәмле сыға.

Эслеккә бүрттергән дөгө менән йөҙөм-күрәгә, ҡара емеш, йә иһә емештәрҙең үҙен генә һалһағыҙ ҙа була. Эслеккә шулай уҡ, алма, муйыл, эремсек тә бик килешә.

Бәлештең өҫтөнә шәкәр, аҡмай, ондо ҡушып, онтаҡ һибеп биҙәһәң тағы ла матурыраҡ һәм тәмлерәк була.

https://vk.com/beauty_blog19

Л.Хәйруллина фотоһы.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: